

Уның буйынса партия вәкилдәре, депутаттар һәм муниципалитет, ауыл биләмәләре башлыҡтары халыҡ программаһы, партия проекттары һәм халыҡ наказдары буйынса тормошҡа ашырылған объекттарҙы тикшерә. Мониторингтарҙың төп бурысы – килеп тыуған проблемаларҙы ваҡытында асыҡлау һәм бөтөрөү. Яңыраҡ “Юлдыбай” беренсел бүлексәһе Йылайыр бүлексәһе ағзалары һәм депутаттары менән берлектә урындағы Мөслим Әбсәләмов исемендәге урта мәктәпте капиталь ремонтлауҙың нисек барғанын ҡараны.
Аҡса федераль бюджеттан "Берҙәм Рәсәй"партияһы инициативаһы буйынса тормошҡа ашырылған проект сиктәрендә бүленгән. Әҙерлек яҡынса 65% тәшкил итә. Мәктәп биләмәһен төҙөкләндереү, асфальт түшәү һәм кәртәләү өсөн республика бюджетынан да аҡса бүлеү ҡаралған.
Яңы уҡыу йылын балалар тулыһынса тиерлек яңыртылған күркәм мәктәптә башлаясаҡ.
Шулай итеп, партия десанттары төп кире бәйләнеш ҡоралы булып тора. Улар халыҡ программаһына һалынған һайлаусыларҙың наказдары сифатлы һәм ваҡытында тормошҡа ашырылыуын гарантиялай. Сәфәрҙәр барышында власть вәкилдәре, йәмәғәтселәр, ата-әсәләр һәм подрядсылар тиҙ арала үҙ-ара эш итә һәм килеп тыуған бөтә мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итә. Бындай ҡараш социаль әһәмиәтле объекттар төҙөгәндә асыҡлыҡ гарантиялай һәм граждандарҙың проекттарҙы үтәү процесына ышанысын нығыта.