Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Май 2018, 19:09

Ҡурай моңдарында – үткәндәр...

Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙ Өфөләге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында яҡташыбыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы, ҡурайсы иҫтәлегенә арналған хәйриә концерты үткәрелде.


Сара бик матур, ойошҡанлы булыуы менән һоҡландырҙы. Хәйриә концертын асып, Йылайыр йәштәре берлеге рәйесе И.Ф.Алсынов яҡташтарҙың йыл да даими осрашып тороуын әйтеп үтте һәм сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.Кисәлә Йылайыр районы вәкилдәре лә ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В.Коротков, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы А.А.Сухов хәйриә концертын ойошторған һәм уны үткәреүгә күп көс һалғандарҙың бөтәһенә лә район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын тагшырҙы.

Район ҡулланыусылар йәмғиәтенең, балалар ижад йортоноң, район гәзиттәренең, район китапхана селтәрҙәренең бай күргәҙмә әҙерләп алып килеүҙәре лә Өфөлә йәшәүсе яҡташтарға бик оҡшаны.

Һаҡмар сәләмдәрен йыр-бейеү аша ла еткерҙе йылайырҙар: дәртле Ҡашҡаровтар ғаиләһе, «Ләйсән» өлгөлө бейеү ансамбле бейеүҙәрен һәм М. Заманова моңло йырын бүләк итте. Әлбиттә, кисәлә ҡурай моңо яңғырамай ҡалманы: А.Биксурин, А.Ҡарасов, В.Йылҡыбаев, М.Сәйетов, И.Хәйруллин, М.Йәноҙаҡов Ю.Һағынбаев, Х.Әхмәтов исемендәге БДФ-һының милли уйын ҡоралдары оркестры ҡурайсылары һ.б. концертҡа йәм, моң, рух өҫтәне. Популяр йырсылар Г.Бикбулатова, В.Юлгилдина, И.Аралбаев, Р.Туйсин, Н.Ҡотоев, Ю.Һағынбаев, И.Абдрахманов күңелдәрҙе матур йырҙары менән дәртләндерҙе. «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле егеттәренең «Солтанаҡ» бейеүен тамашасы яратып ҡараны. Ҡурайсыбыҙ рухын ихтирам итеп, «Хан ҡыҙы» бейеүе менән Рәшиҙә Туйсинаның сәхнәгә сығыуы бигерәк тә аңлатып бөткөһөҙ тойғолар уятты. Алдан әйтеүебеҙсә, кисәнән йыйылған аҡса И.Дилмөхәмәтовтың тыуған ауылы – Иҫке Яҡуптағы мәсетте төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк, ошондай изге маҡсат менән тотонғайны ла был изге ниәткә яҡташтарыбыҙ. Концерт һуңында иһә, сараны ойоштороусыларҙың береһе, яҡташыбыҙ Ф.Ф.Алсынов хәйриә концертынан йыйылған 108 мең һум күләмендәге аҡсаны йылайырҙарға тапшырҙы.

Изге Рамаҙан айында мәсетте тергеҙеүгә ярҙам итеү һәр тамашасыға һәм ошо кисәне үткәреүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә – оло сауап ҡына түгел, изге һәм мәрхәмәтле эш тә булды..

Әл дә, халҡыбыҙ хазиналарын, мәшһүр, данлы шәхестәребеҙҙе күтәрмәләрлек, өмөттәребеҙҙе аҡларлыҡ, дәртле, ҡыйыу егеттәребеҙ бар! Шундай мәрхәмәтле эш башҡарған һәм райондаштарыбыҙҙы изге эшкә бергә туплаған ойоштороусыларға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.

Хәйриә концертында ҡатнашыусыларҙың фекерҙәре:

Люция Буканова, Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй:

– Минең әсәйем Иҫке Яҡуп ауылынан. Бала сағым тап шул ауылда үтте. Таштүр аҫтында уйнауҙар яңы ғына булған кеүек, әле лә хәтерҙә... Яҡташыбыҙ И.Дилмөхәмәтовтың 90 йыллығына арналған хәйриә концерты ойошторолоуы тураһында ишеткәс, алыҫ араларҙы яҡынайтып, Санкт-Петербургтан ашҡынып ҡайтып еттем. Әле бында таныштарымды, яҡташтарымды, туғандарымды осратып һөйөнөп бөтә алмайым. Йылайырҙар алып килгән күргәҙмәләге бер фото бөтөнләй хайран ҡалдырҙы. Унда Ишмулла Дилмөхәмәтов менән төшкән бәләкәс мин дә бар. Бик йылы хәтирәләр уятты миндә ул фото... Был сара хәйриә концерты ғына түгел, ә яҡташтар осрашыуы кеүек булыуы менән дә ҡиммәт булды миңә!

Мәрйәм Зәкирйәнова, Өфө ҡалаһында йәшәй:

– Ил төкөрһә – күл була», ти халыҡ мәҡәле. Бөгөн башҡалабыҙ Өфөлә яҡташыбыҙ, мәшһүр ҡурайсы, актер, йырсы, импровизатор Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған концерт булып уҙҙы. Концерттан килгән килем бер түгел, өс олуғ шәхес, өс ҡурайсы – Ишҡәле, Ишмулла, Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар тыуған Иҫке Яҡуп ауылындағы боронғо мәсетте тергеҙеүгә тапшырылды. Концертты ойоштороусыларға, Йылайыр районы етәкселегенә, концертта ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә, концертҡа килгән тамашасыларға оло рәхмәтемде белдерәм! Изге Рамаҙан айында бик тә сауаплы эш эшләнде! Хоҙай Тәғәлә сауаптарын насип итеп, мәсетебеҙҙе тергеҙергә яҙһын!


Гөлгөнә ҒӘРИФЙӘНОВА.
Автор фотоһы.

Читайте нас: