Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Декабрь 2018, 19:17

Яҡташыбыҙ – иң матурҙар иҫәбендә

Сәләх ауылы ҡыҙы Нәзифә Иҫәнбаева “Санкт-Петербургтың милли гүзәле - 2018” милләт-ара матурлыҡ конкурсында "Нәзәкәтле һылыу” (Мисс Элегантность") титулына лайыҡ булды.

Сәләх ауылы ҡыҙы Нәзифә Иҫәнбаева “Санкт-Петербургтың милли гүзәле - 2018” милләт-ара матурлыҡ конкурсында "Нәзәкәтле һылыу” (Мисс Элегантность") титулына лайыҡ булды.
Санкт-Петербург ҡалаһы-ның Василеостровский (Васильев утрауы) районының Йәштәр һарайында ойош-торолған конкурстың финалында 8 милләт: абхаз, әрмән, бүрәт, башҡорт, дағстан, осетин, төрөкмән, грузин халҡы ҡыҙҙары үҙ-ара көс һынашты. Бәйгене “Мисс Рәсәй” еңеүсеһе Эльмира Абдразаҡова алып барҙы.
Милли кейемдәрҙе күрһәтеү буйынса дефиленән һуң ҡыҙҙар “Монолог” тип аталған турҙа үҙҙәре тураһында мәғлүмәт бирҙе. Нәзифә Иҫәнбаеваның сығышынан өҙөк:
– Мин башҡорт ҡыҙы. Минең бәләкәй генә, 50 өйҙән торған, матур ауылым ҡуйы урмандар һәм тауҙар ҡуйынында урынлашҡан. Бала сағым бал ҡорттарынан ҡасып, йүгереп үтте, сөнки ишек алдында ғына беҙҙең умарталыҡ урынлашҡан. Мин ат өҫтөнән төшмәнем, тиһәм дә була, сөнки атайымдың аттары үҙҙәре бер өйөр. Ләкин мин бейә һауырға һәм ҡымыҙ эшләргә әлегә өйрәнмәнем. Минең ошоғаса тормошом – ул осраҡлы, әммә бик үҙенсәлекле ваҡиғаларҙың сиратлашыуы ғына. Мәктәптә мин спортсы булманым, ләкин башҡорт батырҙарының рухы, ҡаһарманлығы мине университетта тхэквондо менән шөғөлләнергә этәрҙе, күп ярыштарҙа ҡатнаштырҙы. Беҙҙең иҫ китмәле гүзәл тәбиғәтебеҙ матурлыҡты күрергә өйрәтте һәм мин фотоға, видеоға төшөрөү менән мауыға башланым. Халҡымдың шул уҡ ирек һөйөүсе азат рухы мине өйөмдән 2 мең ярым саҡрым ергә китеп, уҡырға инергә, белем алырға әйҙәне...
Артабан интеллекту-аль һорауҙарға яуап биреү бәйгеһе ойошторолдо. Алып барыусылар ҡыҙҙарға сиратлап һорауҙар яуҙырҙы. Нәзифәгә иһә Эльмира Абдразаҡованан:
– Мин һиңә 5 миллион һум аҡса бирәм, ти. Иң тәүҙә һин ни эшләрһең? – тигән һорау эләкте.
– Рәхмәт! Иң тәүҙә мин уны һанап сығасаҡмын! – тине Нәзифә. Был ҡапыл ғына әйтелгән ҡыҙыҡ яуаптан зал геү итеп ҡалды, көлөү тауыштарынан һауаға күтәрелгәндәй булды...
Ижади конкурс икенсе ине. 3 минутлыҡ мини-спектакль... Һәм ошо ваҡыт эсендә генә конкурсант үҙенең һәләтен күрһәтеп өлгөрөргә тейеш. Беренсе булып сәхнәгә башҡорттар сыҡты һәм "Килен төшөрөү" йолаһын сәхнәләштерҙе. Сағыу костюмдар, бөтә кәрәкле реквизиттар, күмәк сәхнә ысынлап та ғаилә байрамы мөхитен тыуҙырҙы. “Килен”гә һыу юлын күрһәткәндән һуң ул башына ултыртылған самауыр менән бейеп, баһалама ағзаларын сәк-сәк менән һыйларға ла өлгөрҙө!
Заманса бейеүҙәр, унан һуң киске күлдәктәрҙә дефиле конкурстары ҡыҙҙарҙың һығылмалылығын һәм уларҙы әҙерләгән хореограф Илана Сухорукованың һөнәри оҫталығын күрһәтте. Бик дәртле һәм күңелле тур булды улар!
Ҡыҙҙар был конкурсҡа ике ай дауамында әҙерләнде. Шуға күрә уның йомғаҡлау өлөшөн түҙемһеҙләнеп тә, тулҡынланып та көттө.
Еңеүсе тажы Бүрәт республикаһынан килгән һылыуҡайға эләкһә лә, беҙҙең Нәзифәбеҙ бер ҙә бошонманы. Сөнки ул бик лайыҡлы сығыш яһаны, башҡорт гүзәлдәренең саялығын һәм нәфислеген берләштереп, «Мисс ЭЛЕГАНТНОСТЬ», йәғни “Нәзәкәтлелек һылыуҡайы” номинацияһында бүләкләнде. Яҡташыбыҙ Нә-зифәне беҙ матур сығышы менән ихла ҡотлайбыҙ һәм уның еңеүҙәре алда булыуына ышанабыҙ!
Сафия ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: