Йылайыр ауылының ял һәм мәҙәниәт үҙәгендә кинотеатр асылды. Был заманса 3D кинотеатры йылайырҙар өсөн ысын мәғәнәһендә Яңы йыл бүләге булды. Үткән шәмбе көндө тантаналы шарттарҙа асылған “Космос” кинотеатрында бер-бер артлы әллә күпме фильмдарҙың, йәнһүрәттәрҙең премьераһы күрһәтелде.
Кинозалды асыу тантанаһында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин ҡатнашты.
– Район үҙәгендә бөгөн тантаналы шарттарҙа асылған был кинотеатр федераль программа ярҙамында тормошҡа ашырылды. Ошо программаға ҡушылыу башланғысы менән сыҡҡан урындағы хакимиәткә рәхмәт әйтер инем. Сөнки программаға ярашлы талаптар ҙа күп ине. Шуларҙың береһе – кинозалды 15 декабргә асыу булды. Әйтергә кәрәк, йылайырҙар был талапты ла ҙур тырышлыҡ менән үтәне. Артабан һеҙ бөтә ил менән бергә өр-яңы фильмдар ҡарай аласаҡһығыҙ, – тине Зариф Закир улы Байғусҡаров.
Кинозал заман талаптарына яуап биргән техника менән йыһазландырылған. Бында ЗD форматында фильмдар ҡарарға була. 50 тамашасыға иҫәпләнгән залда сифатлы тауыш һәм картина тәҡдим ителә.