Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Апрель 2019, 16:24

Еңеү һәр кемдең йөрәгендә

Еңеү байрамы алдынан Йылайыр ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын иҫкә алыуға бағышланған хәйриә концертты үтте.

Еңеү байрамы алдынан Йылайыр ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын иҫкә алыуға бағышланған хәйриә концертты үтте.
– Еңеү өсөн һаулығын, көсөн һәм хатта ғүмерен йәлләмәй биргәндәрҙе, 1945 йылдың 9 майын тарих битенә мәңгелеккә яҙғандарҙы үҫеп килгән быуын белергә, өлкәндәр онотмаҫҡа тейеш, – ти сараны ойоштороусылар.
Хәйриә концертында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Йылайыр районы буйынса бүлексәһе коллективы, Александр Полетавкин, Наил Ғөбәйҙуллин, Алексей Щипакин, Алексей һәм Юрий Пряхиндар, “Шатлыҡ”, “Рус йыры” һәм “Туған моңдар” халыҡ вокал ансамблдәре, Азат Иҫәнгилдин, Урал Аҡъюлов башҡарыуында йырҙар яңғыраны. Геннадий Шаранов, Эльмира Рәмова һәм Любовь Серова тетрәндергес шиғырҙар һөйләне. Балалар ижад йорто тәрбиәләнеүселәре һәм балалар сәнғәт мәктәбенең “Ләйсән” өлгөлө бейеү ансамбле дәртле бейеүҙәр менән сығыш яһанылар. Зал һәр сығышты ихлас ҡаршы алып, көслө алҡыштар менән оҙатты.
Концерт аҙағында һүҙ район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В.Коротковҡа бирелде:
– Бөгөн генә миңә Ленинград өлкәһенән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һалдаттарҙың мәйеттәрен эҙләү отрядынан шылтыраттылар: эҙләнеүҙәр ваҡытында Йылайыр районынан Назаров Ефим Ивановичтың мәйете табылған. Әгәр ошо яҡташыбыҙҙың туғандарын тапһаҡ, ул тыуған яғына алып ҡайтып ерләнәсәк, – тип хәбәр итте ул. Артабан Бөйөк Еңеү, йылайырҙарҙың уны яҡынайтыу өсөн фронтта ла, тылда ла тос өлөш индереүҙәре тураһында ҡыҫҡаса һөйләп, телмәре аҙағында Александр Васильевич барыһын да етеп килгән байрам менән ҡотланы, матур теләктәр теләне.
З.МУСИНА.
Читайте нас: