Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Июль 2019, 11:51

"Архитектура эҙҙәре"

2019 йылдың 7 июленән 14 июленә тиклем Йылайыр ауылында “Архитектура эҙҙәре” тип аталған ленд-арт фестивале үтә. Уның төп маҡсаты – тарихи ҡомартҡыларға иғтибарҙы арттырыу.

2019 йылдың 7 июленән 14 июленә тиклем Йылайыр ауылында “Архитектура эҙҙәре” тип аталған ленд-арт фестивале үтә. Уның төп маҡсаты – тарихи ҡомартҡыларға иғтибарҙы арттырыу.
Бер аҙнаға иҫәпләнгән фестиваль элекке баҡыр иретеү заводы биләмәһендә ойошторола. Сарала йәш архитекторҙар фестивалдең тәүге этабында тәҡдим иткән, артабан финалға уңышлы үткән проекттарын, тормошҡа ашырып, завод бинаһы янында ағастан обелиск, сиркәү, амфитеатр, күпер, ротонда һәм орнаментлы ҡапҡа төҙөргә ниәтләй. Объекттарҙы эшләүҙә Өфә дәүләт нефть техник университеты студенттарынан торған алты команда ҡатнаша. Һәр команда үҙҙәренең проектын бойомға ашыра, артабан еңеүселәр билдәләнә.
Шулай уҡ сара барышында төрлө лекциялар,түңәрәк өҫтәлдәр, экскурсиялар уҙғарыласаҡ. Фестивалдә теләгән һәр бер кеше, теләгән һәр бер командаға ҡушылып, ҡатнаша ала, архитектор булыу мотлаҡ түгел, тиҙәр ойоштороусылар.
Әйткәндәй, "Архитектура эҙҙәре" фестивале быйыл беренсегә ойошторолмай. Проект тәүге тапҡыр 2011 йылда Павловка һыуһаҡлағысында уҙғарыла. Артабан сара Өфөлә һәм Ейәнсура районында ла уңышлы үтте.
Тулыраҡ мәғлүмәт http://archsledi.ru сайтында.
З. Мусина.
Читайте нас: