Баймаҡ районының Граф күле янында “Аҫылташ” башҡорт мәҙәниәте форумы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Йәштәр, ирекмәндәр эштәре һәм спорт комиссияһы рәйесе Байрас Азаматов форумдың төп ойоштороусыларының береһе булды.
“Сараны уҙғарыу кимәлен һәр ваҡыт юғары тотор кәрәк. Быйылғы “Аҫылташ” үҙенең мәртәбәһен иҫбатланы. 300 ҡатнашыусы, 30 йәштәр проекты, тиҫтәләгән төбәктәрҙән йәштәр, медиаүҙәк һәм башҡорт телендә дебат уйындарын үткәреү өсөн командалар формалаштырҙы. Ҡуйылған маҡсаттарға ирештек, артабан тағы ла ҡатмарлы һәм ныҡышмалы эш тора. Был эштә тап йәштәр ярҙамы кәрәк, алда ҡулға ҡул тотоношоп тағы ла яңы үрҙәр яуларға. Республикала бындай эш башҡарыу йәмәғәтселек алдында ҙур яуаплылыҡ уята. Шуға күрә, беҙҙең команда барлыҡ эштәрҙе тормошҡа лайыҡлы башҡарырға әҙер”, – тине ул.
Был сарала беҙҙең райондан әүҙем йәштәр – Рузилә Ғафарова, Рәмилә Вәхитова, Азалия Нәҙерғолова, Ғәлимә Вәхитова, Диана Абүбәкирова, Нәзифә Аҡҡужина, Йәнбикә Ғәлиәкбәрова, Гөлдәр Сабанчина, Сыңғыҙ Нәҙерғолов, Әнисә Байморатова, Нурания Ҡотошева һәм Гөлиә Усмановалар ҡатнашты.
–"Аҫылташ" форумында булып ҡайттыҡ. Дүрт көн дауамында барған сара ҡыҙыҡлы, күңелле үтте. Унда беҙ күп нәмәне танып белдек. Шундай масштаблы форумда ҡатнаша алыуыбыҙ өсөн район етәкселегенә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Әнисә Байморатова.
Сара йәштәргә үҙҙәрен күрһәтеү, проекттарын яҡлау, яңы таныштар, дуҫтар табыу мөмкинлеген биреүе менән ҡиммәт.