Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Сентябрь 2019, 17:26

Республикабыҙҙың төп телеканалы яңы миҙгелгә әҙерләнә

Бесән осоро, еләк-емеш йыйыу кеүек йәйге мәшәҡәттәр артта ҡалды, хәҙер инде уңған хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләү менән мәшғүл. Тимәк, баҡсабыҙҙан йыйып алған көҙгө мул уңышты – йәшелсәләрҙе турай-турай, яратҡан телеканалыбыҙ – БЮТ тәҡдим иткән береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ тапшырыуҙарҙы ҡарарға ваҡыт етте.

Каналдың яңы биҙәлеше концепцияһы нигеҙендә тамырҙарға ҡайтыу, урындағы традицияларға таяныу идеяһы ята, ти яңы проекттар өҫтөндә эшләүселәр.
Яңы миҙгелдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Реаль футбол”, “Ты можешь!”, “Ете егет”, “Земляки” – “Яҡташтар”, “Ради добра”, “Детей много не бывает” – “Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа” тапшырыуҙары барлыҡҡа киләсәк. Тоғро тамашасылар ҡыуанысына күптәр яратып өлгөргән “Сәләм” һәм “Сәләм, Республика!”, “Бәхетнамә”, “Счастливый час”, “Честно говоря”, “Теге өсәү”, “Посмотрим”, “Башҡортса караоке”, “Башҡорт йыры”, “Байыҡ” тапшырыуҙары ла эфирҙа ҡала.
Сентябрь башынан яңыртылған һәм тамашасыға тағы ла яҡынайған БЮТ каналын ҡарағыҙ!
Читайте нас: