Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Октябрь 2019, 18:38

Күргәҙмә-йәрминкәгә килегеҙ!

2-6 октябрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында китап продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһен ойоштора. Ул республиканың 100 йыллығына һәм «Китап» нәшриәтенең 100 йыллығына арналған «Башҡорт китабын — Башҡортостан Республикаһының 100 тораҡ пункты уҡыусыларына» акцияһының һуңғы этабы.

Уҡыусыларға быйыл китап нәшриәтендә донъя күргән яңы китаптар тәҡдим ителә. Китаптар республиканың тарихы, мәҙәниәте, тәбиғәте, күренекле эшмәкәрҙәре хаҡында.
Китап продукцияһының күргәҙмә-йәрминкәһе менән беҙҙең район халҡы ла таныша аласаҡ. Бының өсөн иртәгә, йәғни 4 октябрҙә Йылайыр ауылының баҙарына килегеҙ.
Белешмәләр өсөн телефон: (347) 246-09-55.
Читайте нас: