Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Ноябрь 2019, 11:18

Ҡашҡар таҡмаҡсылары – өсөнсө

Баймаҡ районының Темәс ауылында «Таҡмаҡтар бәйгеһе» фестивале үтте.

Бәйгелә ете район таҡ-маҡсылары үҙ-ара көс һынашты. Береһенән- береһе сағыу сығыштар, дәртле, төртмәле, фәһемле таҡмаҡтар әйтте һәүәҫкәр артистар. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадының гәүһәр өлгөһөн тәшкил иткән таҡмаҡтарҙың бөгөн дә халыҡ араһында киң танылыу алыуына, таҡмаҡтар аша тормошобоҙҙа булған төрлө хәлдәрҙе берсә әсе төрткөләп, берсә маҡтап яҡтыртҡан таҡмаҡсылар ижадын үҫтереү маҡсатында ойошторолған сара юғары кимәлдә үтте.
Иң шәп таҡмаҡсылар булып хәйбуллалар танылды, улар хаҡлы рәүештә гран-приға лайыҡ булды. Беренсе урынды Баймаҡ районының Темәс һәм Түбәнге Иҙрис таҡмаҡсылары алһа, икенселекте Әбйәлил, Бөрйән һәм Ейәнсура райондары бүлеште. Өсөнсө урынға сибайҙар, йылайырҙар (Ҡашҡар ауылының «Умырзая» фольклор ансамбле) һәм һәм Баймаҡ районының Ярат ауылы артистары сыҡты.
Кәримә Усманова.
Читайте нас: