Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Ноябрь 2019, 13:23

Республикала башҡорт авторҙарының 100 китабын уҡырға кәңәш бирәләр

Өфөлә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, «Туған телгә 100 аҙым» акцияһы старт алды. Ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдиме менән ойошторола. Проект балаларҙы һәм йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыуға, республика яҙыусыларының ижадын киң йәмәғәтселек араһында популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Акция сиктәрендә китапханаға килеүселәргә башҡорт авторҙарының 100 китабын уҡырға тәҡдим ителә. Улар араһында Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбаев һәм башҡа яҙыусыларҙың билдәле әҫәрҙәре бар.
– Республикабыҙ әҙәби традицияларға, яҙыусыларға һәм шағирҙарға бай, – ти республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Яҙыусылар берләшмәһендә яңы исемдәр барлыҡҡа килә, заманса хикәйәләр, повестар һәм романдар, шиғри йыйынтыҡтар донъя күрә. Авторҙар менән ижади осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойошторорға, уларҙың әҫәрҙәрен тикшереүҙә ҡатнашырға, баһа бирергә, фекер алышырға кәрәк. Иң мөһиме, халыҡ күберәк уҡый башлаһын ине.
Спикер һүҙҙәренсә, йәштәр араһында бөтөнләй китап уҡымаусылар йылдан-йыл арта, ҡайһы берәүҙәр үҙ фекерен аңлайышлы итеп әйтеп бирә алмай.
«Туған телгә 100 аҙым» проектын уңышлы бойомға ашырыу өсөн унда киң мәғлүмәт сараларының, мәктәптәрҙең, китапханаларҙың һәм театрҙарҙың, йәмәғәт ойошмаларының, һәр ғаиләнең әүҙем ҡатнашыуы зарур, тип билдәләй Константин Толкачев. Ә инде был матур башланғысты республиканың район-ҡалалары китапханалары ла күтәреп алһалар, бигерәк тә яҡшы булыр ине.
Читайте нас: