Ауыл уттары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Декабрь 2019, 18:05

14 декабрҙе Башҡорт теле көнө тип раҫларға тәҡдим ителде

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт йәмәғәт ойошмалары исеменән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа 14 декабрҙе Башҡорт теле көнө тип раҫлауҙы һораған мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.

Бына нимә тиелә унда: «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Мәғариф министрлығы башланғысы менән 2016 йылдан республикала башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар уҙғарыла.
Рәсми булмаған байрам 14 декабрҙә мәғрифәтсе М.Аҡмулланың тыуған көнөндә ойошторола». Артабан билдәләнеүенсә, «туған тел халыҡтың тарихы менән тығыҙ бәйле, уны берләштерә һәм уның үҙенсәлеклек нигеҙе булып тора: ошо телдә һөйләшеүселәр араһында өҙөлмәҫ бәйләнеш булдыра һәм халыҡ өсөн хеҙмәт итә».
Билдәле булыуынса, ЮНЕСКО-ның 2018 йылғы «Юғала барған телдәр атласы»ына ярашлы, башҡорт теленә юғалыу хәүефе янай. Туған тел көндәре тап уларҙы яҡлауға йүнәлтелгән. Ойошмала «рәсми рәүештә башҡорт теле, республиканың дәүләт теле көнөн булдырыу, уны өйрәнеүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итеү туған телдең бәҫен күтәреүҙә һәм төбәк берҙәмлеген һаҡлауҙа мөһим аҙым булып тора» тип ышаналар.
Читайте нас: