Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Декабрь 2019, 11:25

Башҡорт академия драма театрына – 100 йыл!

Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге академия драма театрының 100 йыллығы киң билдәләнелде. Танатана Башҡорт опера һәм балет театрында уҙҙы, башҡорт театрында иһә капиталь ремонт эштәре бара.

Байрамға килеүселәр театр сәнғәтенә арналған күргәҙмәләрҙе ҡыҙыҡһынып ҡараны. Фойела ХХ быуат башындағы ревоюция мөхите булдырылғайны. Икенсе ҡатта театр оркестры уйнаны.
Республика башлығы Радий Хәбиров театрҙы бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотланы.
– Республиканың 100 йыллығы йылында беҙ Башҡортостандың театр сәнғәте флагманы, күп милләтле республикабыҙҙың ғорурлығы булған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилейын билдәләйбеҙ. Бер быуат эсендә бында тиҫтәләрсә һоҡланғыс спектакль сәхнәләштерелгән, улар республиканың ғына түгел, илебеҙҙең театр сәнғәтенең алтын фондына ингән. Һеҙҙең театрҙа арҙаҡлы режиссерҙар, актерҙар һәм рассамдар хеҙмәт итте һәм әле лә хеҙмәт итә. Бөгөн Башҡорт драма театры – Рәсәйҙә бер быуатлыҡ тарихҡа эйә профессиональ театрҙарҙың береһе — «академия» тигән юғары исемде намыҫ менән йөрөтә. Һеҙ башҡорт халҡының туған телен, мәҙәниәтен, традицияларын һаҡлайһығыҙ», — тип билдәләне Башҡортостан башлығы.
Радий Хәбиров театр хеҙмәткәрҙәрен ордендар һәм маҡтаулы исемдәр менән бүләкләне. Илһөйәр Ғәзетдиноваға, Илдар Ғүмәровҡа, Илдар Сәйетовҡа Дуҫлыҡ орденын тапшырҙылар, Хөрмәтулла Үтәшев Салауат Юлаев ордены кавалеры булды. Композитор, театрҙың музыкаль бүлеге мөдире Урал Иҙелбаев һәм актриса Эльвира Юнысова «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» билдәһе менән бүләкләнде. Гөлнара Әмироваға, Ирек Булатовҡа, Алһыу Ғәлинаға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы», актер һәм режиссер Фирҙәт Ғариповҡа, актерҙар Римма Ҡаһармановаға, Артур Ҡунаҡбаевҡа, Руслан Хайсаровҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Әҙәби-драма бүлегенең баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова, тегеү цехы етәксеһе Ия Стародумова һәм театр директоры Иршат Фәйзуллин Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре булды.
Һуңынан республика башлығы сәхнәлә коллектив менән иҫтәлеккә фотоға төшкән. Башҡортостан хөкүмәте театрҙың 100 йыллығына яңы автобус бүләк иткән.
Читайте нас: