Хәбәр менән бүлешеүсе Мәҙинә Яҡупова һөйләүенсә, туғандары һаҡалға Асҡар ауылында элек өләсәләре Мәфтуха (ире буйынса Сөләймәнова) йәшәгән ташландыҡ йортта юлыҡҡандар.
Бына нимә тип һөйләй ул: «Өләсәйебеҙ 1906 йәки 1910 йылда тыуған. Ул беҙгә йыш ҡына бәләкәй сағында апаһы менән бергә кулактарҙы ситкә һөргән осорҙа өйҙөң мөйөшөнә ҡиммәтле биҙәүес йәшереп ҡалдырыуҙары тураһында һөйләй торғайны».
Ауыр йылдарҙа ғаилә ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалыу өсөн ҡыҙҙар әсәләре теккән селтәрҙе сепрәккә төрөп, өйҙөң бүрәнәһе араһына ҡыҫтырып ҡуйған. Бер ни тиклем ваҡыттан ғаилә икенсе ауылға күсеп киткән, уларҙың йортонда башҡа кешеләр йәшәгән, һуңынан өйҙә янғын сыҡҡан, ә һуңғы йылдарҙа йорт бөтөнләй ташландыҡҡа әүерелгән. Күпме йылдар үтһә лә улар йәшерелгән биҙәүес тураһында онотмаған, ләкин береһе лә эҙләмәгән дә. Был ваҡиғаның тере шаһиты – өләсәләре Мәфтуха 1986 йылда 83 йәшендә донъя ҡуйған.
Бына шулай уйламағанда ҡомартҡы табылған. Ә иң ғәжәпләндергәне – ул бөтөн көйө һаҡланған! Шулай ҙа ваҡыт үтеү менән селтәрҙең нигеҙе серегән, муйынсаҡтары, мәрйендәре һәм тәңкәләре ҡойолоп тора, ҡиммәтле биҙәүесте тапҡан ханымдар уны реставрацияларға ниәтләй.
Һаҡал (беҙҙеңсә – түшелдерек) яҡынса XIX быуат аҙағында тегелгән, әммә унда боронғораҡ – 1794 йылғы тәңкәләр ҙә бар икән.