Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Декабрь 2019, 16:45

Башҡорт теле көнөнә арнап

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән 14 декабрь «Башҡорт теле көнө» тип иғлан ителде. Был көндә тотош республикала башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереү буйынса төрлө саралар үткәрелә.

Мәҫәлән, 2 декабрҙән социаль селтәрҙәрҙә «Аҫылташ» интернет-марафоны башланды. Унда ҡатнашыусыл йәш авторҙар һәм йәмәғәтселек фекере лидерҙары башҡорт телендә шиғырҙар уҡый.
Ә Башҡорт теле көнө Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланасаҡ.
Иртәнге сәғәт 10-да педагогия университетының төп корпусында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика асыҡ дәресе үткәрелә. Дәрестең онлайн-трансляцияһын интернеттан ҡарап буласаҡ.
Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 5-кә тиклем мәғлүмәт-күңел асыу саралары планлаштырылған: өфөлөләр һәм башҡала ҡунаҡтары башҡорт бейеүе дәрестәре, башҡортса мобиль ҡушымталар һәм грант проекттарының презентацияһын ҡарай ала. Концертта башҡорт КВН командаларының сығыш яһауы көтөлә, балалар өсөн «Балалар театры» майҙансығы ойошторола.
Был мөһим саранан беҙ ҙә ситтә ҡалмайыҡ!
Читайте нас: