Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Декабрь 2019, 17:00

“Бәхетле билет”ты ҡулдан ысҡындырмағыҙ!

Мәҙәни сараларға йөрөргә яратаһығыҙ икән, оҙайлы байрамдар алдынан шәп мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ. Ҡалаға ашығығыҙ!

Башҡортостанда «Бәхетле билет» акцияһы старт алды. Уның буйынса республика мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының ҡайһы бер тамашаларына билеттарҙы 50 процент ташлама менән һатып алырға мөмкин.
Проектҡа Өфө һәм республика ҡалалары театрҙары, концерт ойошмалары, музейҙары, филармониялары, күргәҙмә залдары ҡушылған.
– Башҡортостанда йәшәүселәргә Яңы йыл алды ығы-зығыһынан бер аҙ арынып, байрам кәйефен тойорға тәҡдим итәбеҙ, — тип хәбәр иткәндәр “Башинформ” агентлығына республика Мәҙәниәт министрлығынан. — Мәҙәниәт учреждениелары «Бәхетле билет» шарттарын үҙҙәре билдәләй, бөтә мәғлүмәт уларҙың рәсми сайттарында баҫылған.
Читайте нас: