Ҡатнашыуға эстрада йырын яңғыҙ башҡарыусылар, эстрада йыры ансамблдәре, хореография коллективтары (эстрада һәм заманса хореография), инструменталь һәм вокаль-инструменталь коллективтар саҡырыла.
Программала: фестивалде тантаналы асыу, «Эстрада йыры», «Эстрада бейеүе» һәм «Эстрада музыкаһы» номинацияларында конкурс ҡарауҙары. Сараның финалында — ике сағыу гала-концерт.
1995 йылдан уҙғарылып килгән конкурс йәш һәм һәләтле башҡарыусыларҙы, ижади коллективтарҙы асыҡлауға, үҙешмәкәр халыҡ ижадында эстрада музыкаһы һәм бейеү жанрын үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Проект Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөрө районы хакимиәте тарафынан ойошторола.
Ғаризалар 2020 йылдың 20 ғинуарына тиклем gukrcnt@mail.ru,kreshmorozy2020@mail.ru электрон адрестарына ҡабул ителә.
Белешеү өсөн телефон: Өфөлә: 8 (347) 289-66-96, 8-905-355-44-20, 8-987-103-48-44 – Наталья Михайловна Кондакова. Бөрөлә: 8 (34784) 2-29-96 — Елена Михайловна Мухаметдинова. 8 (34784) 3-15-60 — Валентина Владимировна Юрченко.