Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Декабрь 2019, 18:56

«Ете егет» реалити-шоуы еңеүсеһе атҡа атланды

Өфө ҡалаһында бына инде нисә ай буйы барған «Ете егет» телевизион проекты тамамланды. Унда беҙҙең район егете – Алмас Такалов та ҡатнашты.

Реалити-шоу жанрындағы «Ете егет» телепроекты Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелде. Ете егет үҙҙәрен төрлө кәсептәрҙә һынап ҡараны һәм үҙ-ара ярышты. Телетамашасылар интерактив тауыш биреү юлы менән иң лайыҡлыһын һайлап алды.
Проектты ойоштороусылар әйтеүенсә, шоуҙың төп маҡсатына өлгәшелгән: хәҙер һәр ҡатнашыусы тимер сүкеүҙең, солоҡсолоҡтоң, ағас һырлауҙың нимә икәнен белә.
Төп приз – башҡорт тоҡомло ат Әбйәлил районынан Салауат Хафизовҡа эләкте.
Проектта ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә ҡиммәтле приздарға: республика шифаханаларынан, бағыусыларҙан һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан бүләктәргә лайыҡ булды.
Тапшырыуҙы 31 декабрҙә киске сәғәт 9. Оо-дә Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡарай алаһығыҙ.
Фото: Башинформ.
Читайте нас: