Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Декабрь 2019, 18:30

Сосланбәк Тавасиевтың тыуыуына – 125 йыл!

Бөгөн беҙҙең барыбыҙға ла Салауат Юлаев һәйкәленең авторы булараҡ билдәле данлыҡлы скульптор-монументалист Сосланбәк Тавасиевтың тыуыуына 125 йыл тула.

Ул 1894 йылда Рәсәй империяһының Терек өлкәһенең Дигор тарлауығындағы Фаснал ауылында донъяға килгән.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның ғаиләһе Башҡортостанға Стәрлебаш ауылына эвакуациялана. 1941-1942 йылдарҙа Сосланбәк Тавасиев Рәссамдар союзының Өфө ҡала бүлексәһенең яуаплы секретары вазифаһында эшләй. 1941-1946 йылдарҙа беҙҙең республикала йәшәү осоронда унда Салауат Юлаевҡа скульптура-һәйкәл яһау теләге тыуа. Хыялын тормошҡа ашырыуға оҫта ғүмеренең байтаҡ йылдарын бағышлай. Һәйкәлдең макеты һәм скульптураһы Ново-Абрамцево ҡасабаһындағы оҫтаханала эшләнә.
Әҙер һәйкәл Өфөлә Ағиҙел йылғаһының бар тарафтан күренеп торған бейек ярында 1967 йылда урынлаштырыла.
Билдәле скульптор оҙаҡ йылдар Мәскәүҙә йәшәй, 1974 йылдың 10 апрелендә вафат була.
Салауат Юлаев һәйкәле өсөн скульптор Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы исеменә лайыҡ була, уға Художество академияһының алтын миҙалы, ә 1970 йылда СССР Дәүләт премияһы бирелә.
Читайте нас: