Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Февраль 2020, 12:09

“Ҡайтарығыҙ гармун тауышын...”

Инде тарих булғанГөрләп торған урам...Күкрәгемә һыймай һағышым.Тыуған ауылыма күңелһеҙ сағымдаҠайтарығыҙ гармун тауышын.

Кешелекте йыр-моң быуаттар төпкөлөнән оҙатып килә. Шуға ла халҡыбыҙҙа, милли ҡоралыбыҙ ҡурай тартыу менән бер рәттән, гармунда уйнауҙың да киң таралыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Тәбиғәттән бирелгән был маһирлыҡ күптәрҙә быуындан быуынға күсә. Гармунды бала сағында тәү тапҡыр һыҙғыртҡан бәғзеләр уны ғүмер буйы ҡулынан төшөрмәй, уйнаған көйҙәренән үҙе лә күңел ҡәнәғәтлеге ала, әйләнә-тирәләге кешеләрҙең дә кәйефен күтәрә. Ошо фекерҙе яңыраҡ Йомағужа ауылында үткән «Моңдар ҡайтһын ауылға» тип исемләнгән йыр-моң тамашаһы тағы ла бер дәлилләне. Йомағужалар бик дәртле, моңға маһир халыҡ. Ситтә йәшәгәндәр ҙә тыуған ауылы өсөн өҙөлөп тора һәм ауылда үткәрелгән ошондай матур сараларҙа ҡатнашырға, хатта ойошторорға ашҡынып торалар. 8 февраль көнө ауыл мәҙәниәт йорто халыҡ менән шығырым тулы булды. Сөнки был көндө түҙемһеҙлек менән көттө улар.
Гармун моңо... Элек-электән ул халҡыбыҙҙың рухи берҙәмлеген нығытҡан, ҡыуаныстарҙа – бергә ҡыуанған, ауыр саҡтарҙа күңелен күтәргән, йыуатҡан. Ауылда үҫкәндәр араһында был сихри моңдо иҫкә алмаған, йәшлеген, гармунлы ауылын һағынмаған кеше юҡтыр. Был юлы ла бына ошо матур байрамға килгән оло һәм урта йәштәге инәй-олатайҙар, апай-ағайҙар үҙҙәренең дәртле, матур йәш-саҡтарын иҫкә алып, күңелдәре тулып таралышты.
Шәхсән мин үҙемде бик бәхетле кеше тип һанайым. Гармун моңон тыңлап, уға ҡушылып йырлап үҫмәһәм дә, Йомағужа ауылының һәүәҫкәр артистарының матур сығыштарын ҡыуанып ҡарап ултырҙым. Ысынлап та, гармундың үҙенә буйһондороусы, һине ниндәйҙер сихри донъяға алып инеп китеүсе моңо бар.
“Моңдар ҡайтһын ауылға” байрамы элек нисек ауыл йәштәренең киске уйынға йыйылыуҙарын, йырлап-бейеп күңел асыуҙарын күрһәткән сәхнә күренешенән башланып китте. Артабан төрлө йәштәге гармунсыларҙың талмаҫ бармаҡтары баҫҡан төймәләрҙән ағылған берсә талғын, берсә дәртле көйҙәр тыңлап ултырыусыларҙың күңелдәрен бер моңландырҙы, бер елкендерҙе. Был моңдарҙы ауылға ҡайтарыусылар – һәр ваҡыт Ҡыпсағым тип янып йөрөүсе уҙамандар Искәндәр Аҡҡужин, Миңлеғәле, Йомағәле һәм Ҡөтдөс Хәсәновтар, Нурғәле Шаһиғәлин, Вилдан Рахманғолов, Азат һәм Илнур Илбаҡтиндар, Шамил Ҡотоев, Рөстәм Тотманов, Азамат Аҡҡужин, Өлфәт Аҙнағолов һәм Азамат Иҫәнгилдиндәр ине. Был ир-егеттәрҙән торған вокаль ансамбль дә тамашасылар өсөн ҙур асыш булды.
Әлбиттә, концерт булғас, ҡурай көйҙәре лә, йырҙар ҙа, бейеүҙәр ҙә булды. Әйтәйек, Гөлниса Рахманғолова, Фәрзәнә Аҡҡужина, Шамил Ҡотоев, Нурғәле Шаһиғәлин һәм Азамат Иҫәнгилдиндәрҙең бейеүҙәре байрамдың бер биҙәге булһа, икенсе бер йәме Йомағужа ауылында ғүмер итеүсе моңло тауышлы парҙар Искәндәр һәм Фәриғә Аҡҡужиндар, Ҡөтдөс һәм Хәкимә Хәсәновтар, ауылдың һандуғасы Ғилмиә Яҡупова, «Ҡайтауаз» ижади төркөмө һәм уларҙың башланғыстарын һәр ваҡыт күтәреп алыусы Рәйфә Шаһиғәлина, Гөлниса Рахманғолова, Хәкимә Хәсәновалар гармунға ҡушылып башҡарған матур йырҙар булғандыр.
Үрҙә әйткәнебеҙсә, ситтә йәшәүсе ауылдаштар ҙа ауылда үткәрелгән мәҙәни сараларҙан ҡалмаҫҡа, уларҙа үҙҙәре лә ҡатнашырға тырышып торалар. Был байрамға ла улар үҙҙәренең моңло күстәнәстәре менән килгәндәр ине. Матрай ауылынан Наил Ҡотоев, Сидоровка ауылынан Люциә Һеләүһенова, Йылайыр ауылынан Өлфәт Аҙнағолов, Азат Иҫәнгилдин, матур егет булып үҫеп килеүсе Ибраһим атаһы Хәлил Ҡотоев менән гармунда күңелле көйҙәр уйнаны. Бындай үҙенсәлекле тамашала сәхнәләш дуҫтарһыҙ ҙа булмай, әлбиттә. Мәҡсүт ауылынан килгән матур тауышлы йырсы Әсҡәт Бикбулатовты, оҫта гармунсылар – Йылайырҙан Зиннәт Теүәлбаев менән Ҡашҡарҙан Ғиззәт Моталлаповты тамашасылар алҡышлап ҡаршыланы.
Ә шулай ҙа иң көслө алҡыштарға Әмир Байғужин менән Дәүләткилде Рәмов лайыҡ булғандыр. Бөгөн Матрайҙа йәшәгән Әмир Исхаҡ улы заманында үҙе ауылда мәҙәниәтте етәкләгән, ә Дәүләткилде Ҡотлогилде улы Сәләх ауылының “беренсе егете” булған, әлеге ваҡытта Воскресенка ауылында йәшәй. Оло йәштә булһалар ҙа, икеһенең дә бармаҡтары гармун телдәре буйлап йүгереп кенә йөрөй – ҡайһы бер йәштәрең көнләшерлек. Ауылдаштарын күреп, гармунда уйнап, йәштәргә өлгө күрһәтеп, уларҙа ошо музыка ҡоралына һөйөү уятыу, онотолоп барған гармун моңдарын ауылға кире ҡайтарыуға саҡ ҡына булһа ла үҙ өлөштәрен индереү – бына шул булғандыр был олпат ир-уҙамандарҙың байрамға килеү маҡсаты.
Сараны ойоштороусылар хаҡында ла бер-ике һүҙ булһа ла әйтеп китеү дөрөҫ булыр. Бындай ҙур байрамдар үткәреү, бының өсөн халыҡты берләштереү, туплау, сценарийын, башҡаһын әҙерләү, әлбиттә, еңел эш түгел. Әммә ауылдың хөрмәтле ир-уҙаманы Искәндәр Аҡҡужиндың ниәте менән «Ҡайтауаз» ижади төркөм ҡатын-ҡыҙҙары ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотманов менән берлектә «Моңдар ҡайтһын ауылға» байрамын бик матур ойоштороп, үткәреп ебәрҙе. Уларға “Афарин!” тип әйтергә генә ҡала.
Тамашасылар фекере:
Зөмәрә АҠҠУЖИНА, Йылайыр ауылы, уҡытыусы:
– Был байрамды үткәреү өсөн бөтә ауылды сәхнәгә сығара алған Искәндәр еҙнәй Аҡҡужинға һәм “Ҡайтауаз” төркөмөнә ҙур рәхмәт. Шулай уҡ ситтән моңло күстәнәстәр менән ҡайтҡандарға айырым рәхмәт әйткем килә. Бигерәк тә Әмир ағай Байғужин һәм Дәүләт ағай Рәмовтарҙың тулҡынланыу менән уйнаған көйҙәре күңелдәргә үтеп инде.
Гөлнур ЙОМАҒОЛОВА, Йомағужа ауылы, уҡытыусы:
– Ғәҙәттә концерттан, матур булды, тип ҡайтабыҙ. Ә был тамашаны бер һүҙ менән генә баһалап булмай, минеңсә. Сәхнә тултырып йырлап-бейеп йөрөгән ауылдаштарыма һоҡланып ҡарап ултырҙым. Үҙ баһаларын белеп кенә, баян, гармундарын ҡулдарына тотоп, ышаныслы аҙымдар менән сәхнәгә сыҡҡан ир-егеттәрҙе күргәс, һоҡланыуыбыҙҙы, ихтирамыбыҙҙы һәм ҡыуанысыбыҙҙы көслө алҡыштарыбыҙ менән белдерергә ашыҡтыҡ. Гармунсыларыбыҙ тамашаның күрке булдылар, байрамдың исемен аҡланылар. Ситтә йәшәп тә, ауылым, тип янып йөрөгән ир егеттәрҙең дә килеп етеүе байрамға йәм өҫтәне.
Әминә РӘМОВА, Воскресенка ауылы, ¬¬¬¬¬хаҡлы ялдағы уҡытыусы:
– Йомағужа мәктәбендә 11 йыл эшләп киттем, шул мәктәптә уҡыным, шуға күрә ауыл кешеләре миңә яҡын. Гармун байрамы була, тигәнде ишетеп, ашҡынып килеп еттек. Сәхнә сыҡҡан артистарҙың күбеһе – уҡыусыларым. Коллегам Ләлә Хәйретдин ҡыҙы концертты матур алып барҙы. “Ҡайтауаз” төркөмөндә ҡатнашҡан Ҡыпсаҡ килендәренә, ҡатындарына һоҡланып ҡарап ултырҙым. Дәрттәре ташып тора, ә бит улар бөтәһе лә тигәндәй хаҡлы ялда. Ауыл биләмәһе башлығы Тотманов Рөстәмгә, ауылдың иң әүҙем кешеһе Аҡҡужин Искәндәргә рәхмәтемде еткерәм.
Илфирә АҠҠУЖИНА.
Автор фотолары.
Читайте нас: