Ауыл уттары
0 °С
Облачно
Мәҙәниәт
18 Марта 2020, 06:45

Фольклориаданың уҙғарылмауы ихтимал...

Белеүебеҙсә, 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем республикала VI Бөтә донъя Фольклориадаһы үтергә тейеш.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кисә хөкүмәт президиумында Башҡортостан Республикаһы премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров коронавирустың таралыуына бәйле Өфөлә Фольклориаданы уҙғармау йәки күсереү ихтималлығын хәбәр иткән.
Уның һүҙҙәренсә, сараны үткәрмәү йәки күсереү тураһында һорау рәсми рәүештә асыҡ ҡала. Аныҡ ҡарар май айында Мексикалағы ултырышта ҡабул ителәсәк.
– Беҙ һаҡлыҡ күрһәтәбеҙ. Әлегә финанслауға тотонмайбыҙ. Уҙғарыу ихтималлығы аҙ, — тип Андрей Назаровтың һүҙҙәрен килтерә «Вести-Башкортостан».
Фото "Башинформ"дан.
Читайте нас