Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Июнь 2020, 01:10

Быйыл Фәриҙә Ҡудашеваның 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәкбеҙ

Йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Фәриҙә Ҡудашеваға быйыл 100 йәш булыр ине. Юбилей айҡанлы республикала байрам саралары уҙғарыласаҡ.

1944—1947 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Башҡортостан радиокомитетында эшләй. 1956 йылдан, Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсы булараҡ тамашасылар һөйөүен яулай, киң билдәлелек ала. Тормош иптәше, күренекле башҡорт артисы һәм композиторы Бәхти Ғайсин менән бергәләп ижад итәләр.
Башҡорт эстрада сәнғәте үҫеше Фәриҙә Ҡудашева ижадына бәйле. Йырсының сығыштарын Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙағстан, Себер һәм Азия, Балтик буйы илдәрендә йәшәгән башҡорт һәм татар халҡы яратып ҡарай. Уның репертуарында башҡорт һәм татар композиторҙары әҫәрҙәре, халыҡ йырҙары урын ала.
Юғары башҡарыу оҫталығы өсөн йырсыға 1956 йылда Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған, 1968 йылда — халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. Фәриҙә Ҡудашева шулай уҡ Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, ул — РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1972) һәм Татарстандың халыҡ артисы (1990). 1995 йылда уға «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә, 1996 йылда йырсы Татарстандың Ғабдулла Туҡай исмендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы Ҡудашева 2010 йылдың 9 октябрендә 90-сы йәшендә вафат булды, Өфө мосолман зыяратында ерләнде.
Өфө ҡалаһындағы бер урам уның исемен йөрөтә. Йырсы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған.
Читайте нас: