Ауыл уттары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Декабрь 2020, 13:34

Юлдыбай ауылында бына тигән мәҙәниәт һәм ял үҙәге эшләп килә

Театр – ул шәхес формалаштырыуға юл

Юлдыбай ауылындабына тигән мәҙәниәт һәм ял үҙәгебар. Ошонда уҙмоделле китапхана һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан, өс халыҡ коллективы –«Сатҡылар» халыҡ бейеү ансамбле, «Аҡйондоҙ» ҡатын-ҡыҙҙар халыҡ вокаль ансамбле, «Шоңҡар» халыҡ театры, шулай уҡ «Буранбай» өлгөлө балалар театры эшләй.«Шоңҡар» халыҡ театры бик күп йылдар эшләп килә инде. Заманында коллективтың тәүге етәксеһе ҒәлимәТимербулат ҡыҙы Исламғолова уға күп ваҡытын, көсөн, күңел йылыһын һалды, нәҡ уның етәкселегендә театр тәүге тапҡыр «халыҡ театры» исемен алды. Хәҙер ике йыл индебыл ижади коллектив менәнСибай сәнғәт колледжын тамамлаған һәләтле йәш режиссер Фирҙәүес Рафаил ҡыҙыСырлыбаева етәкселек итә.«Шоңҡар» халыҡ театрының сығыштары ауылда ла, районда ла ҙур уңыш менән үтә. Мәҫәлән, театр коллективы тамашасы хөкөмөнә башҡорт әҙәбиәте классикаһын – Б.Бикбайҙың«Ҡоҙаса»һы менән Н.Нәжмиҙең «Гармунсы дуҫ»ын сығарып, һис тә яңылышманы. Ғөмүмән, юлдыбайҙар халыҡ театрының спектаклдәренә ихлас йөрөй, һәм әгәр тамашасы сәхнәләге геройҙар менән бергә шатлана, бергә ҡайғыра, бергә көлә, бергә илай икән, тимәк, режиссер һәм артистар үҙ маҡсатына иреште тигән һүҙ. Театр битул кешеләрҙәге иң яҡшы сифаттарҙы уята, уларҙы илһамландыра, изгелеккә өндәй.Һәүәҫкәр артистар репетицияларға ҙур яуаплылыҡ менән ҡарайҙар, етәкселәре ҡуйған бөтә талаптарҙы ла үтәп,образдарға инеү, авторҙың фекерен тамашасыға еткереү өсөн бик күп көс һалалар.Эйе, театр өлкәндәргә бик кәрәк. Ә балаларға? Уларға инде бигерәк тә!Театр оҫтаханаһында шөғөлләнеү балаларҙың гармониялы шәхес булып үҫеүенә ыңғай йоғонто яһай, тип иҫәпләй Фирдәүес Рафаил ҡыҙы һәм балалар менән илһамланып эшләй. Уның фекеренсә, бөтә балалар ҙа спектаклдәрҙе ярата, уларға артис булыу оҡшай. Көн һайын театр сәнғәте менән осрашып, аралашып, балалар бер-береһенә ҡарата сабыр, йыйнаҡ һәм ыйнаҡ булырға өйрәнә. Театр балаларҙың аң-белем даирәһен киңәйтә, телмәрен байыта, әхлаҡи ҡараштарын формалаштыра, аҡыл һәләтен үҫтерә. Йәш режиссер балаларға ролдәрҙе дөрөҫ бүлеп биреүе, һуңынан һәр бала менән айырым-айырым эшләүе уларҙың һәләтен һәм ижади мөмкинлектәрен асыуға булышлыҡ итә.«Буранбай» өлгөлө балалар театры, тәүге тапҡыр сәхнәгә Айһылыу Ғәрифуллинаның «Наҙлыгөл», Сөләймән һәм Хәмдиә Латиповтарҙың «Мыяубай этлеге» спектаклдәрен сығарып, ҙур уңыш менән сығыш яһаны. Ысын мәғәнәһендә һоҡланғыс тамаша әҙерләгәндәр ине балалар талантлы режиссер етәкселегендә. Декорация, матур музыка, балаларҙың үҙ ролдәрен ихлас уйнауы – бөтәһе лә тамашасыларҙың күңеленә хуш килде һәм улар, быны дәлилләп, йәш артистарҙы оҙаҡ алҡышланы.Ә быйыл февралдә «Буранбай» балалар театры, талапсан жюри хөкөмөнә Сәрүәр Суринаның «Аҫыл йөрәк» әҫәрен сығарып, “өлгөлө театр” исемен намыҫ менән яҡланы.Спектаклдең матур ҡуйылышы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре З.Ш.Сәйетов әҙерләгән музыкаль оҙатыу, шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре С.М.Моталлапова һалған дәртле халыҡ бейеүҙәре – былар барыһы ла байрам кәйефе булдырҙы!Күңелгә үтеп инерлек, һоҡландырырлыҡ булды был тамаша. Ә бит сәхнәлә беҙҙең балалар – ауылыбыҙ биҙәктәре, Юлдыбай урта мәктәбе уҡыусылары! Ҡыҙҙар – Аҫаһылыуҙар–Зарина Әхмәтова, Камила Бердикулова, Камила Күгашева, Зиләйлә Ҡолһарина, Азалия Рәхмәтуллина, Гөлиә Ҡашҡарова, Рәмзилә Әптекәева, Азалия Яманғолова, Рәмзил Нәҙерғолов (ҡомаҡтар башлығы), уның командаһы: Рияз Нәҙерғолов, Искәндәр Өмөтбаев, Айҙар Дәүләтҡолов,Рәфил Мозафаров, Динә Атанғолова (боғоҙан Мышыһы), Ләйсән Иҫәндәүләтова (Айыт ҡошо), Әмир Имам улы Моталлапов (Миәкбашбабай), Гүзәл Моталлапова (Шатмантамаҡ), Рушан Нәзирова (Аҫаһылыу), Юнир Ҡоҙашев һәм Айлина Ҡоҙашева үҙ ролдәрен иҫ киткес оҫта башҡарҙылар. Театр мөғжизәләр тыуҙыра: уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтерә, ҡылыҡтарын, кисерештәрен асыуға, ораторлыҡ һәләтен үҫтереүгә, халыҡ алдында сығыш яһау күнекмәләре алыуға булышлыҡ итә, үҙ-үҙенә ышанысын арттыра.Балаларҙы тәрбиәләүҙә театрҙың роле бик ҙур. Ә балалар өсөн театрлаштырылған уйындарҙа ҡатнашыу һәр ваҡыт байрам.Ғөмүмән, үҙеңдең ижади һәләтеңде күрһәтеүгә эске ихтыяж һәр кешелә барҙыр. Ә мәктәп йәшендәге балаларҙа ул, минеңсә, бигерәк тә көслө, тик уны ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәре бик аҙ. Театрҙа шөғөлләнеү – шундай мөмкинлектәрҙең береһе лә инде.Бөгөн «Шоңҡар» халыҡ театры һәм«Буранбай» балалар өлгөлө театры яңы тормош менән йәшәй, илдәге эпидемиологик хәл арҡаһында килеп тыуған ауырлыҡтарға ҡарамай, яңы пландар ҡора.Фирҙәүес Рафаил ҡыҙы яңы идеялар, яңы постановкалар өҫтөндә эшләй, ә «Аҫылйөрәк» спектакле «Ҡыңғырауҙар сыңы» тип аталған республика онлайн фестивалендә ҡатнаша. Уларға һаулыҡ, бәхет, ижади уңыштар теләйек. Беҙгә, тамашасыларығыҙға, илһамландырырлыҡ, шатландырырлыҡ сығыштар бүләк иткәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Венера НӘЗИРОВА.Юлдыбай ауылы.
Читайте нас: