Ауыл уттары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Февраль 2021, 13:18

Был матур йырҙың һүҙҙәрен кемдәр иҫләй?

Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар ,Ник шаяртаһыҙ ?Йөрәгемдең яныуҙарын аңламайһығыҙ.

Дуҫ -иштәрем уйнай-көлә,
Мин генә көлмәйем.
Уйындың да йәмен тапмайым,
Ни булды, белмәйем.
Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар ,
Ник шаяртаһыҙ ?
Йөрәгемдең яныуҙарын аңламайһығыҙ.
Мин эшемдә гел почетта,
Һәр саҡ маҡтайҙар.
Ҡыҙҙар ғына урап уҙа,
Эх, яратмайҙар.
Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар,
Ник шаяртаһыҙ ?
Йөрәгемдең яныуҙарын аңламайһығыҙ.
Йөрәгемдә уттар яна,
Һис төшөнмәйһегеҙ.
Арағыҙҙан берегеҙҙе
Һөйәм өмөтһөҙ .
Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар ,
Ник шаяртаһығыҙ?
Йөрәгемдең яныуҙарын аңламайһығыҙ.
Ниңә һеҙгә аңлашылмай
Минең хистәрем.
Шулай уҡ яңғыҙ үтәрме
Минең кистәрем?
Эх, һез матур ҡыҙҙар ,
Ник шаяртаһығыҙ ?
Йөрәгемдең яныуҙарын аңламайһығыҙ
Читайте нас: