Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Март 2021, 15:20

“Өс таған”ды беҙ ҙә ҡараныҡ!

Мостай Кәримдең “Өс таған” повесын уҡымағандар һирәктер. Повесть буйынса фильм күренекле яҙыусының тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы төшөрөлгәйне. Һәм бына, ниһайәт, оҙаҡ көткәндән һуң, ул прокатҡа сыҡты.

4 мартта “Өс таған” фильмының премьераһы Йылайырҙа ла булып үтте. Район үҙәгендәге “Осҡон” кинотеатрына тотошлай класс менән килгәндәр күп. Фильм Ҡашҡар һәм Юлдыбай ауылдарында ла күрһәтелде. Әйтергә кәрәк, “Өс таған”ды ҡарарға халыҡ теләп килә, бигерәк тә уҡыусы балаларға оҡшай. Повесть дуҫлыҡҡа тоғро булырға өйрәтеүе менән дә ҡиммәт. Ә фильм быны бик асыҡ һүрәтләгән.
“Бөгөн беҙҙең уҡыусылар башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров төшөргән “Өс таған” фильмын ҡараны. Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильм барыбыҙға ла бик оҡшаны. Уҡыусылар геройҙар менән бергә шатланды, ҡыуанды һәм ҡайғырҙы. Киләсәктә лә башҡортса матур кинолар көтөп ҡалабыҙ! Ҙур рәхмәт!” – ти ҡашҡарҙар.
Билдәле режиссер Айнур Асҡаров был фильмды бөгөнгә үҙенең иң яҡшы эше тип һанай. Мәскәүҙә үткән премьерала хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа булды, улар иҫәбендә – билдәле актер, Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" фильмы режиссеры Александр Галибин. Ул үҙенең сығышында: “Бөйөк кеше һәм әҙәбиәтсенең прозаһына мөрәжәғәт итеү – Башҡортостан өсөн генә түгел, Мәскәү өсөн дә оло ваҡиға,– тине. – Башҡорт һәм рус халҡының берлеге өсөн бик күпте эшләгән был кеше – планета масштабындағы шәхес ул. Ул минең рухыма ныҡ яҡын. Бөйөк шәхес хаҡындағы иҫтәлекте йөрәгемдә һаҡлайым һәм үҙемдең инде башҡорт мәҙәниәтенең бер өлөшөнә әйләнеүем менән ғорурланам”, – тип белдерҙе.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республикала башҡорт кинематографына ярҙам күрһәтелгәнен, фильмдар төшөрөлөп, уларҙың прокатҡа сығыуына булышлыҡ иткәндәрен билдәләп үтте. “Беҙҙең классигыбыҙ Мостай Кәрим мәңгелек темалар тураһында яҙҙы, кешеләрҙең тормошон, уларҙың, – ә был повесында оло хыялдар менән йәшәгән балаларҙың, – өмөттәрен һүрәтләне. Айнур Асҡаровтың ошо үҙенсәлекте тотоп ала алғаны фильмды уңышлы итер, шуға ла уны бөтә ил балалары яратып ҡарар, тип уйлайым”, – тине ул.
Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк: “Өс таған” бөгөнгө көнгә 10-лап халыҡ-ара фестиваль наградаларына лайыҡ.
Читайте нас: