Ауыл уттары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Март 2021, 09:00

Әйҙәгеҙ ҡунаҡҡа! Ҡайҙа? Аҡбуҙатҡа!

2 апрелдә Көйөргәҙе районының Ермолаево ауылында “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” балалар һәм үҫмерҙәр ижадының асыҡ республика фольклор фестивале үтә. 2012 йылдан алып ике йылға бер үткәрелеп килгән фестиваль быйыл бишенсе тапҡыр ойошторола.

Быйыл фестиваль ике этапта үткәрелә. Беренсе этапта конкурсҡа һайлап алыу 18 февралдән 20 мартҡа тиклем Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертауҙағы филиалының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә онлайн-режимда үтәсәк. “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәләргә видеоматериалдарҙы мотлаҡ #АкбузаттаКунакта #фрцнткумертау #культурныйЮГРБ #культуравЛицах #МАУРДК_Йэшлек #Куюргазинскийрайон #СвидетельМилосердия #ФРЦНТРБКумертау #мкрб #рцнт хештегдары менән ҡуйырға кәрәк.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн видеоматериал менән заявканы 20 мартҡа тиклем ойоштороу комитетының [email protected] электрон адресына ебәрергә.
Сарала ҡатнашыуға 4 йәштән 7 йәшкә, 8 йәштән 12 йәшкә һәм 13 йәштән 16 йәшкә тиклемге өс йәш категорияһы буйынса балиғ булмаған балалар саҡырыла.
Фестивалдең гала-концерты һәм еңеүселәрҙе бүләкләү 2 апрелдә Көйөргәҙе районының “Йәшлек” мәҙәниәт һарайында үткәрелә.
Фестиваль сиктәрендә шулай уҡ башҡорт фольклор коллективтарының, яңғыҙ йырсыларҙың, күмәк, яңғыҙ, парлы бейеүселәрҙең, сәсәндәрҙең, һүрәт төшөрөүселәрҙең конкурстары үтәсәк.
Читайте нас: