Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Апрель 2021, 11:10

“Нурбостан”ға рәхим итегеҙ!

12 апрель – Космонавтика көнөндә “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы йәш дуҫтарын “Йырлы донъя Нурбостан” тип аталған йыһан байрамына саҡыра.

Былтыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына башҡорт телендә “Нурбостан” тигән тәүге анимация сериалы төшөрөлгәйне.
– Күп йылдар элек уйлап, хыялда йөрөткән проектты былтыр ғына ғәмәлгә ашыра алдыҡ, – ти “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Былтыр пандемия арҡаһында йәш тамашасыларыбыҙ менән яҡындан аралаша алманыҡ – Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында ғына осраштыҡ. Әммә беҙҙең өсөн ысын “Нурбостан” байрамын үткәреү, балалар менән йәнле аралашыу, уларҙы сериал геройҙары менән яҡындан таныштырыу мөһим. Анимация сериалының икенсе миҙгелен дә төшөрөргә мөмкинлек тыуыр тип ныҡ өмөтләнәбеҙ.
“Нурбостан” сериалының беренсе миҙгеле 12 сериянан тора. Аныҡ бурыстары булған сағыу геройҙар, башҡорт легендалары һәм традициялары мотивтарына ҡоролған мауыҡтарғыс сюжеттар, юмор ҡатыш файҙалы мәғлүмәт, өҫтәл уйыны, социаль селтәрҙәрҙә уйындар, “НУРТИН-банк” уйыны – быларҙың барыһы ла яңы телепроектты балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм яҡын итә. Әлеге мәлдә “Тамыр” телеканалы командаһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән саралар сиктәрендә “Нурбостан”ды республика райондарына һәм Рәсәй төбәктәренә алып йөрөп күрһәтә.
“Йырлы донъя Нурбостан” тигән ҙур байрам “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткәрелә. Йәш тамашасыларҙы “Тамыр” телеканалының йыр студияһы, “Сулпылар” конкурсы еңеүселәре һәм республиканың бейеү ансамблдәре ҡатнашлығында концерт, шулай уҡ уйындар, бүләктәр уйнатыу, СТЕРХ икмәк комбинатында бешерелгән тәм-томдар көтә.
Читайте нас: