Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Ноябрь 2023, 15:50

Реконструкция эштәре тамамланыуға бара

Тиҙҙән Ҡурсаҡ театры тамашасыларын заманса итеп үҙгәртелгән матур, уңайлы бинала ҡабул итәсәк.

Реконструкция эштәре тамамланыуға бара
Реконструкция эштәре тамамланыуға бара

Стеналағы уйымдарҙа тиҙҙән Принцесса, Ҡыҙыл Кәләпүш (Красная Шапочка), Ҡурғаш Һалдат, Скоморох, Мәскәй әбей, шулай уҡ башҡорт халыҡ эпосы геройҙары – Урал батыр һәм гүзәл Һомай һындары урын ала. Йәмғеһе 11 һын ҡуйылырға тейеш. Әле балаларҙың яратҡан әкиәттәренең ҡайһы бер геройҙары үҙ урынын алған да инде.

Театр эргәһендә Башҡортостандың, Рәсәйҙең иҫтәлекле урындарын һынландырған 12 макет ҡуйылған аллея ла барлыҡҡа килә, унда Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ирәкташ, Торатау, Торахан кәшәнәһенең макеттары ла бар.

Реконструкциянан һуң театрҙа 300 урынлыҡ ҙур һәм 150 урынлыҡ бәләкәй тамаша залы була. Тамашасыларҙы компьютер графикаһы, проекторҙар, яҡшы акустика менән дә ҡыуандырмаҡсылар. “Театрыбыҙҙы һәр бәләкәй тамашасы тәү килгәндән яратһын һәм ҙурайғас, башҡа театрҙарға ла ихлас йөрөһөн, тип эшләргә тырышабыҙ”, – ти уның директоры  Альберт Имаметдинов.

Яңыртылған, һоҡланғыс театрҙа тәүге спектаклде балалар Яңы йыл алдынан ҡарай алыр, тип күҙаллана.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите. 

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: