Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ғинуар , 16:40

Атайлы-уллы поездға утыралар

Улы тәҙрә янындағы урынды һайлай. Поезд ҡуҙғалып киткәс, 25 йәштәрҙәге был йәш кеше хозурланып һәм ҡыҙыҡһынып, ағастарҙы, өйҙәрҙе, ҡырҙарҙы күҙәтә башлай. – Атай, ҡара әле, ағастар әйтерһең дә арттан саба! Ә ер әйләнә кеүек. Бигерәк ҡыҙыҡ, әйеме! – тип әйт.

Атайлы-уллы поездға утыралар
Атайлы-уллы поездға утыралар

Атаһы һүҙһеҙ генә йылмая. Ә йәнәшәлә ултырыусы ир менән ҡатын  бер-береһенә ҡарашып ала. Буй еткән егеттең үҙен 4-5 йәшлек бала кеүек тотоуына аптырай улар. Йәш кеше тағы ла ғәжәпләнгән тауыш менән: – Атай, һуға ҡара әле, һыуҙа ҡоштар йөҙөп йөрөй, – тип әйт, өйрәк бәпкәләренә күрһәтеп. Бер аҙҙан тағы ғәжәпләнеүен йәшерә алмайса: «Болоттар бигерәк матур, әйеме, атай. Улар поезд артынан ҡалмайбыҙ, тип сабалар һымаҡ», – ти. Аҙ-маҙ ваҡыттан һуң ел көсәйә, ямғыр һибәләй башлай. Тәҙрәне аҙраҡ асып ҡулын һуҙа, ә инде усына ямғыр тамсылары төшөүен күреп иҫе китә һәм был юлы ла хистәрен йәшерә алмайса атаһына өндәшә: – Атай, ҡара әле, ҡулыма ямғыр тама, ямғыр! – тип әйт. Ә атаһы өнһөҙ генә улын күҙәтеүен дауам итә. Был хәлгә иҫтәре китеп ултырған ир менән ҡатын түҙмәйҙәр, ата кешегә: – Ни өсөн малайығыҙҙы психологка күрһәтеп ҡарамайһығыҙ, бәлки, бер-бер дауаһы табылыр ине, – тиҙәр. Атай кеше тыныс ҡына: – Дауаланып ҡына сыҡтыҡ әле. Дауахананан өйгә ҡайтып барышыбыҙ. Һуҡыр ине ул, хәҙер бына яңы күрә башланы, – тип яуап бирә. ...

Беҙ, кешеләр, күп ваҡыт хаталанабыҙ шул: хаҡиҡи хәлде, төп сәбәпте тоҫмаллап, һығымта яһап ҡуйырға, хөкөм сығарырға ашығабыҙ.  

Бер ниндәй дәлилһеҙ кешеләр тураһында насар уйлауҙан һаҡланығыҙ, сөнки насар уй – һүҙҙәрҙең иң ялғаны. Кешеләрҙең ғәйептәрен тикшермәгеҙ, көнләшмәгеҙ, асыуланышмағыҙ, бер-берегеҙҙе ташламағыҙ, Бер-берегеҙгә ҡәрҙәштәр булығыҙ!

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: