Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Февраль , 09:15

Сағыу талант эйәһе, күренекле ҡурайсы Динар Абдуллин

Талантлы яҡташыбыҙ - Исҡужа ауылы егете, үҙенең ҡурай моңдары менән Башҡортостаныбыҙҙы сит өлкәләрҙә, сит илдәрҙә танытып, халҡыбыҙҙың данын күтәрҙе.

Сағыу талант эйәһе, күренекле ҡурайсы Динар Абдуллин
Сағыу талант эйәһе, күренекле ҡурайсы Динар Абдуллин

Яҡташыбыҙ 7 февралдә Йылайыр ауылында “Күңелем ҡурай моңдарында” тип аталған ҙур концерт менән сығыш яһаясаҡ.

– Был концертым менән уҙған йылда гастролдәргә сығып, уны “Уҡытыусы һәм остаз йылына” арнағайным. Быйыл уны дауам итергә һәм үҙ районым тамашасыһы алдында ла сығыш яһарға булдым. Репетуарымда “Урал”, “Буранбай”, “Әрме”, “Эскадрон”, “Шарлы урман”, “Кәмәлек”, “Сәҙе буйы” һәм башҡа оҙон көйҙәр бар. Улар менән бер рәттән төрлө заманса композициялар яңғыраясаҡ. Концертта шулай уҡ ижадташ дуҫтарым – популяр йырсылар Илдар Әбдрәшитов, Зарина Ҡотлоғужина, Альберт Яппаров, Гөлназ Иҙрисова, Сулпан менән Рудамир Басировтар ҡатнашасаҡ, - тип һөйләй Динар Абдуллин.

 

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: