Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Апрель , 08:50

Милли кейем - рухи асылыбыҙҙы сағылдырыусы ҡомартҡы

Күп милләтле Башҡортостаныбыҙ милли кейем көнөн билдәләй.  Юлдыбай ағинәйҙәре үҙҙәре теккән күлдәктәрҙә, үҙ ҡулдары менән эшләгән биҙәүестәрҙә.

!Күренекле этнограф Сергей Руденко:"Төрки халыҡтарҙың кейемдәре араһында иң бай, иң йөкмәткелеһе һәм иң төрлөһө-башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме "-тигән.
Юлдыбай ауылы ағинәйҙәре кейгән башҡорт милли күлдәктәрен, зауыҡ менән эшләнгән биҙәүестәрен күреп, был баһаның дөрөҫлөгөнә тағын бер инанаһың.
Халҡыбыҙҙың сәнғәтен, гүзәллеген, милли колоритын юғалтмай, ентекләп өйрәнеп, пропагандалап, изге ҡомартҡыларға тоғролоҡ һаҡлап,милли кейемдәребеҙҙе тегеп кейеп, был эшкә күңелдәрен биреп, һәр мәҙәни сараның ҡото, һуты, йәме булған -беҙҙең Юлдыбай ауылы АҒИНӘЙҘӘРЕ.
Улар онотолған, юғалған үрнәктәрҙе төрлө сығанаҡтарҙан эҙләп, өйрәнеүгә күп көс һалдылар", тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Флүрә Шәрәфутдинова Юлдыбай ауылының әүҙем йәмәғәтсеһе.

Милли кейем - рухи асылыбыҙҙы сағылдырыусы ҡомартҡы
Милли кейем - рухи асылыбыҙҙы сағылдырыусы ҡомартҡы
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: