Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
14 Май 2024, 06:25

Башҡортостан йәнһүрәте Халыҡ-ара дөрөҫ кино фестивале лауреаты булды

«Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте «Иң яҡшы анимация фильмы» номинацияһында беренсе булды.

Йәнһүрәттә батыр биш башҡорт егетенең, ике Һуғыш — 1812 йылғы Рус-швед һәм Ватан һуғыштарын үтеүҙәре тураһында бәйән ителә. Француздар уларҙы мөхәббәт Аллаһы Амур хөрмәтенә Төньяҡ амурҙары, тип атай, сөнки атлылар уҡ һәм йәйә менән ҡоралланған була. Улар көтмәгәндә дошманға һөжүм итә һәм шулай уҡ ҡапыл юғала белгән. Уларҙы бер нисек тә тота алмағандар.

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас