Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Май , 16:15

"Китап-байрам" да балалар йорттары өсөн китаптар йыйыу ойошторола

Китап бүләк итергә, открытка ебәрергә: "Китап-байрам" да балалар йорттары өсөн китаптар йыйыу ойошторола.

Китап йәрминкәһе ҡунаҡтары балаларға яратҡан китаптарын бүләк итә һәм теләк менән «Китап-байрам» открыткаһын ебәрә ала.

24-26 майҙа «Әҙәби прививка» майҙансығында «Мине үҙгәрткән китап» акцияһы сиктәрендә яңы китаптар ҡабул ителә.  Йәрминкәлә ҡатнашыусы балалар йортонда тәрбиәләнеүсе балаға үҙенең яратҡан авторының китабын бүләк итә ала, махсус открыткаға. был китап нимәһе менән уға оҡшауы, уның үҙенсәлеге  тураһында бәйән итә. Китаптарҙы үҙең менән алып килергә йәки йәрминкәлә һатып алырға мөмкин.

Һөҙөмтәлә ойоштороусылар Өфөнөң балалар йорттары һәм оло йәштәгеләр өсөн йорттар менән бәйләнешкә инеп китаптарҙы уларға тапшырасаҡтар.

Китап бүләк итеүсе, открыткаларҙа был китап  уның тормошона һәм донъяға ҡарашына нисек йоғонто яһауы тураһында һөйләй, буласаҡ уҡыусыға теләктәрен еткерә ала.

 

"Китап-байрам"да балалар йорттары өсөн китаптар йыйыу ойошторола

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: