Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Май , 11:00

Ҡурай байрамы үтте

17-18 майҙа Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге XXIII республика ҡурай байрамы үтте. Унда үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар ҡатнашты.

Ҡурай байрамы үтте
Ҡурай байрамы үтте

Республикаға әллә күпме мәшһүр ҡурайсылар сығарған Йылайыр районы ла был мәртәбәле саранан ситтә ҡалманы, әлбиттә. Беҙҙең район намыҫын Ҡашҡар ауылы уҡыусылары Юлгилдин Илһам, Ҡоҙашев Аҡназар һәм Юлгилдин Рушан яҡланы. Әйткәндәй, уларҙы бәләкәйҙән алып ҡурай серҙәренә Дәүләткирәй Хөсәйен улы Нәҙерғолов өйрәтә.

Бөтә республика ҡурайсыларын бергә туплаған был ҡурай байрамы онотолмаҫ ваҡиға булды. Унда уҡыусылар яңы дуҫтар тапты, ололар кәңәшләште, алдағы йылдарға пландар ҡорҙо.

Бөтә әҫәрҙәрҙе башҡарыу талаптарын теүәл үтәп, үҙ йәш категорияһында, Илһам Юлгилдин Ҡурай байрамының II дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Аҡназар менән Рушан дипломант булды.

Әйткәндәй, Ғата Сөләймәнов исемендәге XXIII республика ҡурай байрамы республика конкурсында тағы ике райондашыбыҙ сығыш яһаны. Улар ҙа Ҡашҡар ауылы егеттәре һәм мәктәп йылдарында Дәүләткирәй Нәҙерғолов ҡулы аҫтында ҡурай уйнарға өйрәнгән. Илгиз Нәҙерғолов менән Әғләм Юлгилдин II дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

Афарин, егеттәр! Уңышлы сығышығыҙ менән ҡотлайбыҙ.

- Бик сағыу байрам булды. Уҡыусыларымдың унда сығыш яһап, призлы урындар алыуына сикһеҙ шатмын. Ғата Сөләймәнов исемендәге XXIII республика ҡурай байрамында ҡатнашыу үҙе бер ҙур бәхет ул. Унда барыу өсөн техника менән ярҙам иткәндәре өсөн район хакимиәте етәкселегенә рәхмәт белдерәм, – тип билдәләне Дәүләткирәй Хөсәйен улы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: