Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Май , 09:55

"Китап байрамы" балалар өсөн китаптар һәм баҫмалар тәҡдим итә

24-26 майҙа Өфөлә үтәсәк II халыҡ-ара "Китап байрамы" йәрминкәһендә Рәсәйҙең тиҫтәләгән нәшриәттәре балалар өсөн китаптар һәм баҫмалар тәҡдим итә.  

Байрамда яҙыусылар, әҙәби геройҙар менән осрашыу, ҡыҙыҡлы саралар планлаштырылған. Актер, йәш атай Руслан Хайсаров та улына әкиәттәр уҡырға ярата. Сөнки ғалимдар был шөғөл балаларҙың һүҙлек запасын формалаштыра, телмәр мәҙәниәтен һәм фекерләүен үҫтерә, тип иҫбатлай. Бөтә ата-әсәләрҙе Өфөлә Совет майҙанында көтөп ҡалабыҙ!

 

Видеояҙма сығанағы: https://vk.com/kitapbayram_ufa

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: