Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Май , 09:25

Моңдан яралғандыр был күңел...

Билдәле композитор, республика конкурстары лауреаты Дамир Дәүләткилде улы Солтанов 65 йәше тулыу айҡынлы, Йылайыр мәҙәниәт йорто сәхнәһендә үҙенең ижадташ дуҫтарын, коллегаларын, туғандарын йыйҙы.

Моңдан яралғандыр был күңел...
Моңдан яралғандыр был күңел...

Дамир ағай бик куп авторҙарҙың һүҙҙәренә йырҙар ижад итә. Мотал Рәмов һүҙҙәренә Дильбәр Сынғызыва башҡарыуында "Һөйөүҙер ул" йыры, 2008 йылда Мәләүез ҡалаһында үткән Һәүәҫкәр композиторҙар конкурсында Гран-при яулай. Яңы Уренгой ҡалаһында үткән "Төньяҡ балҡышы" Бөтә Рәсәй халыҡ-ара фестивалендә "Селтәр шишмә" йырын йырлап Алмаз Ҡужабәков 1-се урын яулай, Фәриҙә Ғаззалова башҡарыуында Айрат Хөснитдинов һүҙҙәренә ижад ителгән "Изгелектә үтһен көндәр" йыры, Фаил Йортбәков башҡарыуында Зөфәр Вәлит һүҙҙәренә "Һандуғас моңо" йырҙары "Гәлсәр һандуғас" конкурстарында "Йыл йыры" исемдәренә лайыҡ булһа, Сәкинә Юлгилдина башҡарыуындығы Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә "Мамыҡ шәл" йыры "Юлдаш йыры" конкурсында - 2-се урын, Юлай Моратов иҫтәлегенә Сибай ҡалаһында үткәрелгән конкурста, Мотал Рәмов һүҙҙәренә Рауил Харрасов башҡарыуында "Ауылым" йыры 2-се урын яулай.

Шулай уҡ күп йырҙары "Башҡорт йыры" конкурсында лайыҡлы баһа алһа, "Юлдаш-хит" парадында ла "Гармун моңо", "Мин яраттым", "Тормош ҡәҙере", "Һандуғас моңо", "Ғүмер көҙө" һәм башҡа йырҙары ҡатнашып килә. Йөҙҙән ашыу йырҙары радио аша яңғырап тора. Байтаҡ йырҙарын нотаға һалып, "Һөйөүҙер ул" исемле китабын сығарған.

Ижади үрҙәр һеҙгә, Дамир Дәүләткилде улы!

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: