Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Август , 14:55

Фәрит Бикбулатов иҫтәлегенә арналған фестиваль уҙғарылды

Күп халыҡты йыйған был фестиваль Юлдыбай ауылында үтте. Бөтә тирә-яҡ ус төбөндәгеләй генә булып күренгән Сонтоғаш тауы байрам үҙәгенә әйләнде был көндө. Әйткәндәй, ошо матур урында бынан алдағы йылда Ҡурай һәйкәле ҡуйылды.

Фәрит Бикбулатов иҫтәлегенә арналған фестиваль уҙғарылды
Фәрит Бикбулатов иҫтәлегенә арналған фестиваль уҙғарылды

«Йырҙарымды йырлап торһам» фестивале Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов репертуарынан йырҙар башҡарыусылар өсөн ойошторолдо. Унда 16 йәштән олораҡ йырсылар ҡатнашты.
Фестивалдең маҡсаты булып, Фәрит Бикбулатовтың ижадын пропагандалау, башҡорт халыҡ йырҙарына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, уны таратыу һәм үҫтереү торҙо.

Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов иҫтәлегенә арналған был фестиваль мәҙәниәткә һәм йолаларға һөйөү менән баҡҡан бик күп талантлы кешеләрҙе һәм ҡунаҡтарҙы берләштергән иҫтәлекле ваҡиғаға әйләнде.

Тантаналы сараны асып, район башлығы Борис Мелкоедов фестивалде ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еркерҙе:

– Фәрит Бикбулатов ижадына бағышланған «Йырҙарымды йырлап торһам» фестивале авторҙары Гөлсөм Бикбулатова менән Эльмира Юлдашеваларға айырым рәхмәт һүҙҙәрен әйтәм. Киләсәктә был фестиваль беҙҙең төбәктә генә түгел, унан ситтә лә билдәлелек алыр һәм мәҙәниәтебеҙгә иғтибар һәм ҡыҙыҡһыныу йәлеп итер, тип ышанам, – тине Борис Николаевич.

Фәрит Бикбулатов ҡапыл ғына йырсы булып китмәй. Был һөнәргә ул ҡатмарлы юлдар аша килә. Юлдыбай ауылында ете класты тамамлағандан һуң, район комсомол комитеты юлламаһы менән киномеханик булып эшләй. Оҙаҡламай армияға алына, хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө ҡалаһының 1-се һөнәри-техник училищеһына уҡырға инә. Бында йәмәғәт эштәрендә, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡала профсоюздар ойошмаһы хорында йырлай.

Училищены тамамлағас, Өфө моторҙар эшләү заводында үҙаллы хеҙмәтен башлай. Калинин исемендәге мәҙәниәт йортоноң хор һәм драма түңәрәктәренә йөрөй. Агитбригада составында концертарҙа ҡатнаша. Завод коллективы Бикбулатовҡа Өфө сәнғәт училищеһына инергә тәҡдим итә.

Өфө сәнғәт училищеһында Аэлита Хайрулла ҡыҙы Чемборисова класында уҡый. Уҡып йөрөгән йылдарында уҡ төрлө конкурстарҙа сығыш яһай башлай. 1967 йылда Польшала үткән Хеҙмәт резервтары фестивалендә ҡатнашыу бәхетенә өлгәшә. Профессиональ белем биреү коллективтары араһында Башҡортостандың баш ҡалаһы исеменән сығыш яһай ул. Башҡортостан фольклор әҫәрҙәре сығышы менән бик ҙур уңыш ҡаҙана. Йәш йырсы Фәрит Бикбулатов тураһында күп сит ил гәзиттәре яҙып сығалар. 1968 йылда уҡ, БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса Башҡортостан" ижад клубына эшкә саҡырыла.

1969 йылда сәнғәт уҡыу йортоноң вокал бүлеген уңышлы тамамлап, 21 йыл буйына Фәрит Хәйбулла улы «Башҡортостан» дәүләт телерадиокампанияһында эшләй: башта диктор, артабан мөхәррир, йыр бүлеге өлкән мөхәррире була. 1989-98 йылдарҙа «Башҡортостан» ижад клубында директор һәм солист вазифаһын башҡара. Үҙен юғары квалификациялы журналист, оҫта йырсы, талантлы телевизион тапшырыуҙар алып барыусыһы итеп таныта. Төрлө конкурстар ойоштороусы һәм ҡуйыусы булараҡ киң танылыу яулай. «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивален ойоштороусыларҙың береһе.

Бар яҡлап талантлы яҡташыбыҙ Фәрит Бикбулатов оҫта рәссам да булараҡ танылыу яулай.

Фестиваль тәүге йыл уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, унда ҡатнашырға теләгәндәр күп булды. Тамашасылар яратҡан йырсыбыҙ Фәрит Бикбулатов репертуарынан йырҙарҙы тыңлап моңланды. Йырсыларҙы Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Резеда Әминева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, йырсы Гөлсөм Бикбулатова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Эльмира Юлдашева һәм шағирә, рәссам Флёра Шәриповалар баһаланы.

«Йырҙарымды йырлап торһам» фестивале юғары кимәлдә уҙғарылды һәм район халҡында һәм ҡунаҡтарында башҡорт йырҙарына һөйөү, ихтирам тойғоһон нығытты ғына.

Фекерҙәр:

Флера Шәрипова:

– Тыуған ерем Йылайырҙа булырға насип булды. Сәбәбе бик күңелле – яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовҡа арналған «Йырҙарымды йырлап торһам» фестивалендә ҡатнаштым. Сара Юлдыбай ауылы эргәһендәге Сонтоғаш тауында, Ҡурай һәйкәле янында әҙерләнде һәм уҙғарылды. Болотло күк йөҙө, яҡташыбыҙҙың ижадына хөрмәт күрһәткәндәй, ҡапыл үҙгәрҙе: болоттар таралды, ҡояш күренде. Һәм шулай фестиваль аҙағына тиклем дауам итте. Тәүҙә Фәрит Бикбулатовтың репертуарынан моңло йырҙар яңғыраны, аҙаҡ фестивалдә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләнеләр. Сара концерт менән тамамланды, ул йырҙар, шиғырҙар һәм ҡурай моңо менән үрелеп барҙы. Сәхнәлә сығыш яһаған талантлы яҡташтарым һәм иҫ киткес талантлы яҡташыбыҙ Фәрит Бикбулатов менән ғорурландым. Шуны әйтер инем, проект мөһим һәм кәрәкле, сөнки ул тыуған илендә яҡташтарын йыя, шулай уҡ ватансылыҡ, Ватанға һөйөү һәм хөрмәт тойғоһо тәрбиәләүҙең мөһим сараһы булып тора. Киләһе йылда ла был фестивалдә яңы талантлы исемдәр асырбыҙ һәм был проект, шишмә кеүек, район фестиваленән республика фестиваленә әүерелер, тип ышанам!

Фәрит Бикбулатов иҫтәлегенә арналған фестиваль уҙғарылды
Фәрит Бикбулатов иҫтәлегенә арналған фестиваль уҙғарылды
Фәрит Бикбулатов иҫтәлегенә арналған фестиваль уҙғарылды
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: