Ауыл уттары
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Сентябрь , 16:15

Йылайыр ағинәйҙәре һыпран күлдәк текте

Ҡашҡар мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә "Кейемдәрҙә халҡым тарихы" исемле оҫталыҡ дәресе булды. Матур сара райондың ағинәйҙәр ойошмалары башланғысы менән уҙҙы.

Йылайыр ағинәйҙәре һыпран күлдәк текте
Йылайыр ағинәйҙәре һыпран күлдәк текте

Оҫталыҡ дәресендә ағинәйҙәр һыпран күлдәк тегергә өйрәнде. Сара башында бындай күлдәк тееп кейгән ағинәйҙәр дефиле ойошторҙо – алға сығып, теккән күлдәктәрен күрһәтте, дәртлеләр бейеп тә алды.

Шуныһы һөйөндөрҙө, ябай боронғо был күлдәккә ҡыҙыҡһыныу ҙур. Уны ябай дауарҙан тегеп, көндәлек тормошта кейергә була, ти ағинәйҙәр.

- Артыҡ оҫта булмаһам да, саҡырған ерҙән ҡалмай килдем. Һыпран күлдәк менән ҡыҙыҡһынғандар, кәңәш һорағандар күп. Баймаҡҡа барып, бындай күлдәк тегергә өйрәнеп ҡатҡас, арыуыҡ тегеп кейҙек. Бөгөнгө сарала күлдәк тегергә теләгәндәргә һыҙып, киҫеп бирәм. Бөгөн бергәләп эшләрбеҙ, яңы матур күлдәктәр тегербеҙ, – тине һултантимер ауылы ағинәйе Зәкиә Ҡылысова.

Г.Таһирова фотолары.

Йылайыр ағинәйҙәре һыпран күлдәк текте
Йылайыр ағинәйҙәре һыпран күлдәк текте
Йылайыр ағинәйҙәре һыпран күлдәк текте
Йылайыр ағинәйҙәре һыпран күлдәк текте
Йылайыр ағинәйҙәре һыпран күлдәк текте
Йылайыр ағинәйҙәре һыпран күлдәк текте
Йылайыр ағинәйҙәре һыпран күлдәк текте
Йылайыр ағинәйҙәре һыпран күлдәк текте
Йылайыр ағинәйҙәре һыпран күлдәк текте
Йылайыр ағинәйҙәре һыпран күлдәк текте
Йылайыр ағинәйҙәре һыпран күлдәк текте
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: