Ауыл уттары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәшғүллек
16 Март 2021, 09:35

Район хакимиәте башлығы БДМУ студенттары менән осрашты

Уҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алған студенттар менән осрашты. Студенттар менән осрашыуға район үҙәк дауаханаһы баш табибы Илдар Арслан улы Хәмитов та килде.

Бөгөнгө көндә Өфөнөң медицина университетында район мәктәптәрен тамамлаған 13 уҡыусы белем ала.
Буласаҡ табиптар менән һөйләшеү дуҫтарса, йылы мөхиттә үтте.
Борис Николаевич райондағы үҙгәрештәр менән таныштырҙы, проблемалар тураһында ла әйтте. Шулай уҡ районға эшкә ҡайтыусы йәштәр өсөн ниндәй ярҙам саралары булыуын аңлатты, тормошҡа ашырылып килгән проекттарҙы әйтеп үтте. Борис Николаевич шулай уҡ райондағы һаулыҡ һаҡлау системаһы, медицина учреждениеларындағы эш шарттары тураһында һөйләне, районға ниндәй белгестәр кәрәклеген еткерҙе.
Баш табип Илдар Арслан улы «Ауыл табибы» программаһы буйынса 2012 йылдан алып районға нисә белгес килгәне тураһында һөйләне һәм был программаның ыңғай яҡтарын атаны.
Осрашыу һуңында район башлығы бындай һөйләшеүҙәрҙең ыңғай һөҙөмтәләр бирәсәгенә һәм йәштәрҙең үҙебеҙгә эшкә ҡайтыуына ышаныс белдерҙе.
Читайте нас: