Ауыл уттары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәшғүллек
20 Март 2023, 19:05

Башҡортостан халҡы бушлай һөнәри белем алыу курстарына яҙыла ала

Бының өсөн «Рәсәйҙә эш» порталын ҡулланырға кәрәк.

Башҡортостан халҡы бушлай һөнәри белем алыу курстарына яҙыла ала
Башҡортостан халҡы бушлай һөнәри белем алыу курстарына яҙыла ала

Порталда «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты буйынса бушлай ҡайтанан белем алыу программаһына яҙылып була

 

Программала нисек ҡатнашырға?

 

- порталда авторизация үтегеҙ vk.cc/cclfqE

- белем биреү программаһын һайлағыҙ һәм ғариза бирегеҙ

- өс көн эсендә үҙегеҙҙең мәшғүллек үҙәгендә һөнәри йүнәлеш алығыҙ clck.ru/rfKsL

- ғаризаны ҡарау ваҡыты - ете көн

- ғаризағыҙҙы хуплағандан һуң 10 көн эсендә һеҙҙе төркөмгә индерәләр

 

Шуныһы мөһим: һәр төбәк өсөн һорау менән файҙаланған курстар һайлап алынған.

 

Ҡайтанан белем алыуға:

 

- өс йәшкәсә балаһы менән декретта ултырған әсәләр

- мәктәпкәсә йәштәге балалары булған һәм эшләмәгән әсәләр

- пенсия алды йәшендәгеләр һәм эшһеҙҙәр

- эштән сығарыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр яҙыла ала

 

Тулы исемлек ошонда: vk.cc/c6f6Uu

 

Уҡытыу «Демография» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла: vk.cc/cizuax

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Сығанаҡ:https://vk.com/wall-210976796_1803

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: