Ауыл уттары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәшғүллек
26 Июль 2023, 11:55

Яңы һөнәр алыр өсөн кем бушлай уҡый ала

2023 йылдың башынан Башҡортостанда йәшәүселәр «Демография» милли проекты буйынса бушлай уҡыуға 3,2 мең килешеү төҙөгән.

 3,4 меңдән ашыу ғариза хупланған да инде.

✔ Республикала йәшәүселәр өсөн ҡайтанан уҡытыу буйынса 129 программа ҡаралған. Улар ярҙамында һөнәри белем алырға йәки үҙ һөнәрең буйынса квалификацияңды күтәрергә мөмкин. Программалар хеҙмәт баҙары талаптарын иҫәпкә алып төҙөлгән.

✔ Милли проект сиктәрендә 1,5 мең кеше яңы һөнәр үҙләштергән.

✔ Иң талап ителгән һөнәр эйәләре - психолог-консультант, маркетплейс менән эшләү буйынса менеджер, график дизайнер, программа тәьминәтен һынаусы, бухгалтер, мәғлүмәттәр аналитигы, smm-белгес.

Был - эш эҙләп, өҙлөкһөҙ тест үтеп арығандар өсөн уңай мөмкинлек. Түбәндәгеләрҙе генә үтәргә кәрәк:

1 → «Рәсәйҙә эш» сайтына инеп, «Белем биреү программалары исемлеге» бүлеген һайлағыҙ https://vk.cc/cpGqUU

2 → үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған программаға заявка бирегеҙ

3 → мәшғүллек үҙәгендә һөнәри йүнәлеш алығыҙ һәм кәрәкле документтарығыҙҙы тапшырығыҙ

4 → ҡарар ҡабул иткәнде көтөгөҙ, уны 7 эш көнө дауамында ҡабул итәсәктәр

Ғаризаның статусын «Мин белем алам» бүлегендәге шәхси кабинетта күҙәтеп барырға мөмкин.

Уҡыу формаһы - көндөҙгө йәки дистанцион.
Уҡыу оҙайлығы - өс аҙнанан өс айға тиклем.

Кемдең ҡайтанан уҡып һөнәр алырға мөмкинлеге бар - карточкаларҙа ҡарағыҙ

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Яңы һөнәр алыр өсөн кем бушлай уҡый ала
Яңы һөнәр алыр өсөн кем бушлай уҡый ала
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: