Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы йыл һайын ошондай һорау алыу үткәрә, һуңынан һөҙөмтәләр буйынса, бөтә шарттарҙы - кәрәгәсәк кадрҙарҙың йәшен, белем кимәленә һәм һөнәри квалификацияһына ҡарата талаптарҙы иҫәпкә алып, төбәк иҡтисадының кадрҙарға булған ихтыяжын күҙаллай.
Һорау алыуҙа:
бөтә төр ҡтисади эшмәкәрлек алып барған, төрлө милек формаһындағы, хеҙмәткәрҙәр һаны яғынан бәләкәй, урта, эре ойошмалар ҡатнаша ала.
❗2023 йылдың 15 сентябренә тиклем һорау алыуҙа ҡатнашып өлгөрөгөҙ: https://vk.cc/cqetUr
Анкета тултырғанда һорауҙар килеп тыуһа, телеграм-чатта һорау менән мөрәжәғәт итергә мөмкин: https://vk.cc/cqRNhn
Системаға инеү өсөн ойошманың электрон почтаһына күрһәтмә, ваҡытлыса логин һәм пароль менән хат ебәрелә. Тулыландырылған мәғлүмәттәрҙең барыһы ла тик прогноз төҙөү һәм уҡытыу программаларына төҙәтмәләр индереү өсөн файҙаланыласаҡ.
Ентеклерәк – сайтта: https://vk.cc/cqRNhV
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан