Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәшғүллек
8 Октябрь 2023, 23:00

Сөгөлдөр салаты

Бындай салат ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй. 

Сөгөлдөр салаты
Сөгөлдөр салаты

Уны әҙерләү өсөн 1 кг сөгөлдөр, 70 г һарымһаҡ, 120 г помидор, 100 г татлы боррос, 80 г һуған, 60 мл үҫемлек майы, 10 г тоҙ, 40 г шәкәр, 40 мл аш һеркәһе алына.
Сөгөлдөрҙө таҙартып, эре ҡырғыстан ҡырырға. Һуғанды нәҙек кенә итеп оҙонсалап турарға һәм майҙа үтә күренмәле булғансы ҡыҙҙырырға. Сөгөлдөрҙө ҡушып, тағы 10 минут утта то­торға. Помидорҙы йыуып, ҡыр­ғыстан ҡырырға. Ҡабығы уста тороп ҡала, йомшағы ғына ҡы­рыла. Татлы боросто, орлоғонан таҙартып, шаҡмаҡлап турарға һәм помидор менән икәүһен дә сөгөлдөргә ҡушып, тағы 7 – 10 минут бешерергә. Иң һуңынан ваҡланған һарымһаҡ, тоҙ, шәкәр һәм аш һеркәһе өҫтәп, 2 – 3 минут ҡайнатып, стерилләнгән банка­ларға һалырға һәм тимер ҡапҡас менән нығытып ябырға.

Сығанаҡ:https://vk.com/club132551123

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: