Үҙмәшғүллекте бер нисә ысул менән рәсмиләштерергә мөмкин:
«Минең һалым» мобиль ҡушымтаһы аша. Теркәлергә, эшмәкәрлек төрөн һайларға һәм банк картаһын беркетергә тейешһегеҙ (vk.cc/8T5t8d).
Федераль һалым хеҙмәте сайтында һөнәрҙән алынған килемгә һалым түләүсенең шәхси кабинетын булдырығыҙ. Һеҙҙе автоматик рәүештә иҫәпкә ҡуйырҙар (vk.cc/8TMiKn).
Банк аша. Һалым хеҙмәте сайтында клиенттарҙы үҙмәшғүл булараҡ теркәй алған банктар исемлеге бар. Сайтта йәки банктың мобиль ҡушымтаһы аша ғариза бирергә мөмкин (vk.cc/cfLIFq).
Үҙмәшғүллектең өҫтөнлөктәре:
🔹Отчет һәм декларация бирергә, һалымды иҫәпләргә кәрәкмәй. Федераль һалым хеҙмәте үҙе иҫәп-хисап яһай һәм түләү өсөн белдереү ебәрә.
🔹Һалым ставкалары түбән, бер ниндәй ҙә социаль иғәнә юҡ. Үҙмәшғүл кеше пенсия фондына үҙ ирке менән аҡса күсерә.
Үҙмәшғүлдәр үҙ килеменән һалымды түбәндәгесә түләй:
- әгәр заказ биреүсе физик берәмек булһа - 4;
- ойошма йәки шәхси эшҡыуар икән - 6 процент.
Айлыҡ килем мөһим түгел. Иң мөһиме, үҙмәшғүл йылына 2,4 миллион һумдан артыҡ аҡса алмаһын. Әгәр килем юғарыраҡ булһа, үҙмәшғүл статусы автоматик рәүештә юғала. Уны бер йылдан һуң кире ҡайтарырға мөмкин.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
-11 °С
Болотло