Ҡала һәм район, шул иҫәптән беҙҙең “Ауыл уттары” һәм “Зилаирские огни” гәзиттәренә, 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына ташламалы хаҡ менән яҙылыу тамамланыуға 4 көн генә ҡалды. Башҡортостан Республикаһының почта бәйләнеше Федераль Идаралығы һәм “Республика Башкортостан” ДУП-ы БР Нәшриәт йорто иғлан иткән акция тамамланыуға табан бара.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, әгәр һеҙҙең арала, дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ араһында ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында икенсе ярты йыллыҡҡа гәзитебеҙгә яҙылырға өлгөрмәгән кешеләр булһа, беҙҙең АКЦИЯ хаҡында иҫтәренә төшөрөүегеҙҙе һорайбыҙ!Бергә булдыҡ! Бергә ҡалайыҡ!