Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Сентябрь 2018, 18:29

2019 йылға матбуғатҡа яҙылыу башланды

1 сентябрҙән 2019 йылға ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу башланды. Ошоға тиклем гәзит уҡыусыларыбыҙға 2019 йылға район гәзиттәренә быйылғы икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылған хаҡтар менән алдан яҙылыу мәмкинлеге бирелгәйне. Күптәр был форсаттан файҙаланып ҡалды. Һәм отто, сөнки, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1 сентябрҙән гәзит-журналдарға яҙылыу хаҡтары артты.

Хәҙер хаҡтар түбәндәгесә:

“Ауыл уттары”

бер йылға (индексы 00015) – 1525 һум 53 тин;

алты айға (индексы 00070) – 890 һум 10 тин;

өс айға (индексы 00070) – 445 һум 05 тин;

бер айға (индексы 00070) – 148 һум 35 тин.

“Зилаирские огни”

бер йылға (индексы 00046) – 1618 һум 75 тин;

алты айға (индексы 50664) – 884 һум 10 тин;

өс айға (индексы 50664) – 442 һум 05 тин;

бер айға (индексы 50664) – 147 һум 35 тин.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Ҡиммәт тип районыбыҙ гәзитенән айырылмаҫһығыҙ, тип ышанабыҙ. Яҙылығыҙ, уҡығыҙ, уны таратыуға булышлыҡ итегеҙ. Дуҫтарығыҙға, таныштарығыҙға,1 октябрҙә оло йәштәге туғандарығыҙға бүләк эшләгеҙ – подписка бүләк итегеҙ.

Әйткәндәй, хеҙмәт коллективтары, предприятиелар, учреждениелар етәкселәре лә үҙҙәренең ветерандарын онотмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ.

Әгәр Һеҙ ошо юлдарҙы уҡып ултыраһығыҙ икән, тимәк, Һеҙ беҙҙең менән. Әйҙәгеҙ артабан да бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас: