Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙгә яҡшы хәбәрҙәрҙең береһен еткерергә ашығабыҙ! Һүрәттә ике тәгәрмәсле “атты” күрәһегеҙ. Әгәр ҙә “Ауыл уттары” район гәзитенә тотошлай бер йылға яҙылһағыҙ, бәлки, тап һеҙ уға атланырһығыҙ ҙа!
Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында бер йылға яҙылғандар араһында велосипед уйнатыласағы хаҡында вәғәҙә иткәйнек инде. Уйында ҡатнашыу өсөн гәзитебеҙгә бер йылға яҙылырға һәм квитанция күсермәһен редакцияға алып килеп теркәтергә кәрәк буласаҡ.
Бынан тыш, “Аҙна һайын – приз!” уйыны ла дауам итә.
“Ауыл уттары”н алдырығыҙ һәм даланығыҙҙы һынап ҡарағыҙ! Әйҙә инде, дуҫ, ятып ҡалғансы, атып ҡал!