Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
18 Декабрь 2018, 11:57

“Ауыл уттары”на – бөтә коллектив менән!

Ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса иғлан ителгән ун көнлөк үтеп тә китте. Был осорҙа гәзитселәр ҙә, почтальондар ҙа әүҙем эшләп ҡалырға тырышты. Иң ҡыуандырғаны, был көндәрҙә “Ауыл уттары” гәзитенә бөтә коллектив менән яҙылыусыларға Ҡашҡар урта мәктәп коллективы ла ҡушылды.

Ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса иғлан ителгән ун көнлөк үтеп тә китте. Был осорҙа гәзитселәр ҙә, почтальондар ҙа әүҙем эшләп ҡалырға тырышты. Иң ҡыуандырғаны, был көндәрҙә “Ауыл уттары” гәзитенә бөтә коллектив менән яҙылыусыларға Ҡашҡар урта мәктәп коллективы ла ҡушылды.
Мәктәп мөдире Илфат Алғошаев билдәләүенсә, был уҡыу йортонда эшләгән һәр кем район гәзитен яҙҙырыуҙы үҙенең бурысы итеп ҡуя.
– Коллективыбыҙ матбуғатҡа йыл да ихлас яҙыла ул, бигерәк тә район гәзитенә. Нисек итеп район яңылыҡтарын белмәй ятмаҡ кәрәк?.
Ҡашҡар урта мәктәбендә бөтәһе 17 хеҙмәткәр эшләй, шуларҙың 12-һе – уҡытыусылар. Дүрт педагог – юғары, ҡалғандары 1-се категориялы, барыһы ла махсус курстар үткән. Тәжрибәле педагог Мәҙинә Ғәйнетдин ҡыҙы Нәҙерғолова – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”, Дәүләткирәй Хөсәйен улы Нәҙерғолов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемдәрен йөрөтә. Мәктәптә 60 бала белем ала, шуларҙың 7-һе – күрше Ишбулды һәм Мәҡсүт ауылдарынан. Улар өсөн интернат эшләй. Эшһөйәр, ҡунаҡсыл һәм татыу коллективты мәктәп мөдире Илфат Сәмиғулла улы Алғошаев етәкләй.
Районда йәшәгән һәр кем илһөйәрлектәрен иҫбат итеп, район баҫмаһын алдырырға тейеш. Ҡашҡар мәктәбе хеҙмәткәрҙәре лә ошо фекерҙә. Шуға ла уларҙы тоғро дуҫтарыбыҙ, тип һис тә икеләнмәйенсә әйтә алабыҙ. Сөнки улар район матбуғатына битараф булмауҙарын һәм берҙәмлектәрен иҫбат итеп, киләһе 2019 йылға ла бөтә коллективтары менән дәррәү яҙылдылар. Рәхмәт уларға! Афарин!
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: