Ауыл уттары
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
27 Декабрь 2018, 17:55

Велосипедтар үҙ хужаларын тапты!

Район гәзиттәренә бер йылға яҙылған уҡыусыларыбыҙ араһында уйнатырға вәғәҙә иткән төп бүләктәребеҙҙе – бына тигән заманса велосипедтарҙы, ниһайәт, уйнаттыҡ. “Ауыл уттары”на бер йылға яҙылыусылар араһында бәхет Анновка ауылынан Флүрә Ҡәйүм ҡыҙы Байназароваға йылмайҙы.

Район гәзиттәренә бер йылға яҙылған уҡыусыларыбыҙ араһында уйнатырға вәғәҙә иткән төп бүләктәребеҙҙе – бына тигән заманса велосипедтарҙы, ниһайәт, уйнаттыҡ. “Ауыл уттары”на бер йылға яҙылыусылар араһында бәхет Анновка ауылынан Флүрә Ҡәйүм ҡыҙы Байназароваға йылмайҙы.


Флүрә апай “Ауыл уттары” гәзитенә күптән яҙылып, редакцияға квитанцияһы күсермәһен алып килеп киткәйне. Оҙаҡ та тормай, тағы килде. Был юлы “Зилаирские огни” гәзитенә бер йылға яҙылған ине! Афарин! Ҡыйбат тип, бер гәзиткә яҙылмағандарҙың танауына сирткән апайға рәхмәттән башҡа нимә әйтәһең инде. Шулай итеп, Флүрә Ҡәйүм ҡыҙы үҙенең төп призды отоу ихтималлығын икеләтә арттырҙы.

– Ҡырҡ йыллап бер өҙмәй алдырам район гәзитен, яратып уҡыйым. Быйыл гәзиткә яҙылыусылар араһында велосипед уйнатыласағын уҡығас, шуны отоу теләге менән янып йәшәнем. Һәм, бер нәмәгә ҡарамай, “Ауыл уттары”на ла, “Зилаирские огни”ға ла яҙылырға булдым. Минең ҡарамаҡта ҡалған ейәнсәрҙәрем русса уҡый, бына хәҙер улар ҙа рус телендә сыҡҡан гәзит аша район хәбәрҙәрен белеп торор, – тип хәбәрен ҡоя ҡыуанысын йәшермәгән призерыбыҙ.

Эйе, Флүрә Байназарова балиғ булмаған ике ейәнсәрен тәрбиәләй. Өсөнсө класта уҡып йөрөгән ейәнсәре Эвелина бүләк алырға редакцияға өләсәһе менән бергә килгән ине. Шуҡ ҡына ҡыҙыҡай, хәтәр шәп велосипедты күреп:


Шулай итеп, дуҫтар, велосипедтар уйнатылды, әммә күңелегеҙ төшмәһен, беҙҙә һеҙгә тип тәғәйенләнгән һәм төп приздан бер ҙә ҡалышмаған башҡа бүләктәр ҙә күп әле. Уларҙы отоу мөмкинлеге алыр өсөн бер генә шартты үтәргә – “Ауыл уттары”на яҙылырға һәм квитанция күсермәһен редакцияға алып килеп теркәтергә генә кәрәк!

Әйткәндәй, бының өсөн форсат бар әле, сөнки гәзит-журналдарға яҙылыу 15 ғинуарға тиклем оҙайтылды. Каникул көндәрендә почта бүлексәләре лә эшләйәсәк: уларҙың эш графигын 8-се биттә ҡарағыҙ.

Һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас: