Бына беҙ барыбыҙ ҙа түҙемһеҙләнеп көтөп алған Яңы йыл байрамы шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Байрам ығы-зығыһына әүрәп, туған баҫмағыҙға яҙылмай ҡалғандар ҙа барҙыр әле арағыҙҙа, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ. Әгәр ысынлап та шулай икән, һеҙҙе ҡыуандырырға ашығабыҙ: йыл тамамланһа ла, подписка дауам итә әле. Бары тик 15 ғинуарға тиклем генә форсаттан файҙаланып ҡалырға ашығығыҙ, “Ауыл уттары” на яҙылығыҙ, подписка оҙайтылыуы тураһында күршеләрегеҙгә, туған-тыумасаларығыҙға ла иҫләтегеҙ.
Тағы ла: байрамдар тамамланһа ла, беҙҙең Ҡыш бабайыбыҙҙың тоғонда бары тик һеҙҙең өсөн генә бик шәп 10 бүләк ҡалған әле. Ә приздар ысынлап та бик елле – мультиварка, юрған, кер элгес, термос, картина һәм... Ҡалғандарын инде отош үткәрелгән көндө белерһегеҙ, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!